Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2021, 10:35

Заман афәтенә ҡаршы бергәләп...

Илебеҙҙә эскелеккә ҡаршы көрәштә төрлө алымдар ҡулланыла. Шуларҙың береһе - Республика кимәлендә уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсы күпме кешене заман афәтенән йолоп ҡалыр, күпме кешене тура юлға күндерер сара булып тора.  Районыбыҙҙағы бер нисә ауылдың “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡанын барығыҙ ҙа беләһегеҙ инде. Сәлих, Хоҙайбирҙин, Ялсы (Иртөбәк ауыл биләмәһе), Аралбай ауылдары менән бер рәттән Аҙнағол ауылы халҡы ла әүҙемлек күрһәтә, был эштә улар ҙа дәррәү генә эш алып баралар.  Декабрь айында ғына ла аҙнағолдар ике тапҡыр "Түңәрәк өҫтәл"гә йыйылған, спорт сараһы уҙғарған һ.б.

Заман афәтенә ҡаршы бергәләп...Заман афәтенә ҡаршы бергәләп...
Заман афәтенә ҡаршы бергәләп...

 - Ошондай саралар бик кәрәк.  Ололар белмәй әйтмәгән: кәңәшле эш тарҡалмаҫ .

 Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Шәрифйән Кинйәбулатов араҡының зыяны, уны етештереп һатҡан кешенең ҙур гонаһ алыуы хаҡында ентекле аңлатты. “Ошо яман эш менән шөғөлләнгәндәрҙең гонаһы балаларына, нәҫеленә төшәсәк. Араҡы әҙәмде әҙәм итмәҫ, әрәм итер, бер йотом араҡының бәләһе ҡырҡ йылға етер”, - тип тамамланы ул үҙ сығышын.

 Халыҡтың һаулығы һағында торған Розалия Мөхәмәт ҡыҙы эскелектең яман сир булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, “Замана фажиғәһе” тигән лекция уҡыны.

  Ултырышта шулай уҡ үткәрелгән сараларҙы барлап,  йомғаҡ яһаныҡ, башҡарыласаҡ эштәргә план төҙөнөк. 

 Шуныһы ҡыуандыра – беҙҙең ауыл халҡы берҙәм, татыу. Яңыраҡ Дауыт-Ҡайып ауылына барып, “Күңелле старттар” спорт ярышында ҡатнаштыҡ. Был сара ла бөтәһенә лә оҡшаны. Балалар ҙа, ололар ҙа һәр ярышта әүҙемлек күрһәтте. Ҡыш бабайҙың килеүе иһә балаларға көтөлмәгән ҡыуаныс булды, - ти клуб мөдире Гөлнара Кинйәбулатова.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас