

«Справедливая Россия — За правду» фракцияһы депутаттары Дәүләт Думаһына 18 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә ай һайын 10 мең һум аҡса түләргә тигән закон проекты тәҡдим иткән.
Документҡа ярашлы, балалар аҡсаһы беренсе һәм артабанғы балалары тыуған йә уллыҡҡа алынған бар ғаиләләр уларҙа Рәсәй гражданлығы булғанда һәм даими беҙҙең ил территорияһында йәшәгәндәргә генә эләгәсәк.
Проект авторҙары тәҡдим иткәнсә, был аҡсаларҙы 60 млн кешенең алыу мөмкинлеге буласаҡ һәм йыл һайын был сараға 7,2 трлн һум бүленәсәк.