

Һуңғы йылдарҙа, айырыуса быйылғы ҡоролоҡ йылында, мал аҫрау отошло түгел, тигән фекергә килеүселәр күбәйҙе. Уларҙы аңларға була – бесән йүнләп үҫмәне, мал аҙығы ла ике тапҡырға тигәндәй ҡиммәтләнде. Шулай ҙа күпләп мал аҫрауҙан килем алырға була. Быны Аҙнағол ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Фәрғәт Иҙелбаевтар үҙ миҫалында иҫбатлай. Егәрле хужалар егерме башҡа яҡын мал, байтаҡ ҡош-ҡорт аҫрай. Уларҙың ит һәм һөт продукттарын яҡын-тирә ҡалаларҙа, хатта Ырымбурҙа ҙур теләк менән алалар, күмәртәләп алыр өсөн алдан заказ биреп ҡуйыусылар ҙа күп.
Фәрғәт ағай элекке йыл үҙенә йәнә бер эш асҡан – таҫмалы пилорама алған. Улар бысҡан таҡта, бурсаға ла халыҡ араһында һорау ҙур.
Теләге булған эш табыр, эшләргә теләмәгән сәбәбен табыр, тиҙәрме әле? Үҙҙәрен үҙҙәре эш менән тәьмин иткән Иҙелбаевтарға барыһына ла үҙ көсө менән өлгәшә, юҡты бар итә. Уларға нисек һоҡланмайһың да, нисек “афарин” тимәйһең инде!?
Иҙелбаевтар хаҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.