Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2021, 09:04

Өфө-Ырымбур автомобиль юлында тағы авария

Дүрт кеше, шул иҫәптән 5 йәшлек бала йәрәхәтләнгән

Өфө-Ырымбур автомобиль юлында тағы аварияӨфө-Ырымбур автомобиль юлында тағы авария
Өфө-Ырымбур автомобиль юлында тағы авария

20 декабрь иртәһендә Көйөргәҙе районында юл фажиғәһе теркәлгән. Зыян күреүселәр бар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 46-сы саҡрымында Toyota Rav 4 менән Hyundai Solaris бәрелешкән.

Аварияла дүрт кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала имгәнгән, бөтәһе лә дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Автор:
Читайте нас