+24 °С
Ямғыр


Бикбулат ауылында йәшәсе Гөлсөм менән Миңзаһир Алдашевтар быйыл да һуғымға ат һуйғандар. 85 йәшкә етеп барған йорт хужаһы тормош иптәше менән йылҡы, һарыҡ малдары аҫрайҙар, бал ҡорттары тоталар. Ғүмер буйы һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән Миңзаһир Алдашев ғәҙәте буйынса урманға ла сығып килә. Һаман да йәштәрсә дәрт, сәм менән донъя көткән инәй-олатайға бер үк күҙҙәр теймәһен!