Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2021, 10:25

Ҡәрсәй-ҡартай нигеҙен гөл итеп

 Төплө аҡыллы, иманлы ҡарттар һәр ауылдың рухи тотҡаһы булып торһа, йорт-ихаталарында шат балалар тауышы тынмаған йәш ғаиләләр – һәр төбәктең ҡото, йәме, киләсәге.  Бәхеткә күрә, йәшлек дәртен алға егеп, сәмләнеп донъя көтөүсе егәрле һәм татыу парҙар Төпсән ауылында ла бар. Шуларҙың береһе – өс бала тәрбиәләүсе Айгөл менән Динар Айытҡоловтар.  Ғаилә башлығы Динар Белорет ҡалаһынан кәләш алғанда уҡ, һөйөклөһөнә үҙе тыуып үҫкән йәмле Төпсән ерен ташламаясағын, ҡәрсәй-ҡартаһы ҡорған нигеҙҙе һыуытмаясағын белгертеп ҡуя.

Ҡәрсәй-ҡартай нигеҙен гөл итепҠәрсәй-ҡартай нигеҙен гөл итеп
Ҡәрсәй-ҡартай нигеҙен гөл итеп

Ҡалала үҫһә лә наҙланыуҙың нимә икәнен белмәгән, туғандарына ҡунаҡҡа барғанда һыйыр һауырға, баҡса эшләргә өйрәнеп үҫкән Айгөлдө икенсе яртыһының был ныҡлы ҡарашы һис өркөтмәй.

 Шулай итеп, 2014 йылда ҡауышып, Төпсән ауылында төпләнә йәштәр. Кәләшенең беренсе никахтан донъяға килгән улын оло йөрәкле, киң күңелле ир аҫылы үҙенекеләй яҡын күреп, ныҡлы ҡанаты аҫтына ала. Бер-бер артлы тыуған уртаҡ мөхәббәт емештәре бер-береһе өсөн йән атып тороусы йәрҙәрҙең ғаилә ептәрен тағы ла нығыта. Хәҙер инде Рома Яңы Хвалын мәктәбенең 7-се класында белем ала, спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендә. Ә Данияр менән Эмиль Мораҡ ауылындағы “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй.

 Динар әлеге ваҡытта себер тарафтарында эшләй. Атайһыҙ, әсәһенә бәләкәстән ҙур ярҙамсы булып үҫкән ир аҫылының ҡулдары алтын – техникаға ла әүәҫ, балта эшенә лә, иретеп йәбештереү һөнәренә лә маһир. Атай наҙынан бәпәй генә сағынан мәхрүм булып, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Айгөлдөң дә ҡулдары тилбер. Шулай булмаҫҡа ни?!. Боронғолар әйтмешләй, бер үҙенә дүрт арыҫлан! Ҡәҙерлеләрен мейес ашы менән наҙларға ла, икенсе яртыһы вахтала саҡта малын, ҡош-ҡортон аҫрап, баҡсаһын гөл итеп тоторға ла өлгөрә уңған хужабикә.

 Дәрт-дарманлы йәштәргә яҡын киләсәктә яңы йорттарына күсеп, тағы ла гөрләтеп, мөхәббәттә һәм татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүҙәрен, үҙҙәре төйәк иткән Төпсән еренең ырыҫын арттырып йәшәүҙәрен теләге килә!    

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас