Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2021, 04:04

Бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы арттырыла

Был исемлектә кемдәр бар?

Бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы арттырылаБюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы арттырыла
Бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы арттырыла

Бюджетниктарҙың эш хаҡын арттырыу өсөн резервтағы фондтан 12,2 миллиард һумдан күберәк аҡса йүнәлтелә.

Бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусыларға, табиптарға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡы арттырыла.

Аҡсаның 2,9 миллиард һумдан ашыуы – мәғариф, 5,2 миллиард һумдан күберәге ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.

Медицина учреждениеларына – 2,6 миллиард һум, мәҙәниәт учреждениеларына 1,3 миллиард һумдан ашыу бирелә.

Фото: 53news.ru

 

Автор:
Читайте нас