

Айгөл һәм Альберт Бикбаевтар ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәп, оло улдары Филүс хәрби бурысын үтәп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. 2020 йылда Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжын тамамлаған егет “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтендә бер аҙ эшләгәндән һуң әрмегә саҡырылды, ул Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итте.
Әлеге ваҡытта Бикбаевтарҙың икенсе улдары Фәдис Воронеж өлкәһендә хеҙмәт итеп йөрөй. Уға иҫән-һау хеҙмәтен тултырып тыуған яғына ҡайтыуын теләйбеҙ.
Ә тормошоноң яуаплы бер осорон уңышлы үтеп, яңыһына аяҡ баҫҡан Филүстең юлдары уң булһын!
#Айыҡауыл2021#Ялсыауылы#Күгәрсенрайоны#Трезвоесело2021#деревняЯлчино#Кугарчинскийрайон#Дембель2021