Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2021, 11:45

"Туған телдә әйтелһен һәр баланың тәүге һүҙе"

Нуҡай ауылында йәшәүсе Миңзифа апай Көҫәпованы гәзит уҡыусылар ауылдаштары хаҡындағы яҙмалары, шиғырҙары аша яҡшы белә.  Әлеге көндә пандемияға бәйле төрлө сараларҙа ҡатнаша алмаһа ла, әүҙемлеген юғалтмай, бына әле лә телефонға шылтыратып, үҙенең туған телгә арналған шиғыры менән таныштырҙы.

"Туған телдә әйтелһен һәр баланың тәүге һүҙе""Туған телдә әйтелһен һәр баланың тәүге һүҙе"
"Туған телдә әйтелһен һәр баланың тәүге һүҙе"

Нуҡай ауылында йәшәүсе Миңзифа апай Көҫәпованы гәзит уҡыусылар ауылдаштары хаҡындағы яҙмалары, шиғырҙары аша яҡшы белә. Бына тигән итеп донъя көткән уңған яҡташтары, һуғыш ветерандары,  күркәм ғаиләләр йә ауыл биләмәһендә үткән теге йәки был саралар хаҡында һутлы, матур тел менән бәйән итә ул үҙенең яҙмаларында. Башта мәктәптә пионервожатый, аҙаҡ байтаҡ йылдар китапханасы булып эшләне Миңзифа апай – ул 42 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә (шуның 12 йылы мәктәптә уҙған, ҡалған 30 йылы ауыл китапханаһы мөдире вазифаһы менән бәйләнгән). Байтаҡ йылдар Нуҡай ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн тартҡан апай әүҙем йәмәғәтсе лә булды.

 Әлеге көндә пандемияға бәйле төрлө сараларҙа ҡатнаша алмаһа ла, әүҙемлеген юғалтмай, бына әле лә телефонға шылтыратып, үҙенең туған телгә арналған шиғыры менән таныштырҙы.

Бына уның шиғыры:

 Туған телем – башҡорт телем минең,

Яратмаған һине башҡорт юҡтыр.

Һәр башҡортоң данлап йырлай һине,

Башҡорт теле шуға бөйөктөр!

 

“Әсәм теле – моң шишмәһе” итеп

Йәшәйексе ғәзиз телемде.

Һоҡланып та уға дан йырлайыҡ,

Онотмайыҡ тыуған илемде!

 

Сабыйҙарҙың үҙ телендә генә

Әйтелһендәр тәүге һүҙҙәре.

Бөйөк икәнлеген белеп үҫһен улар

Үҙҙәренең туған телдәрен!

 

Туған телем күскән нисә быуат аша,

Юғалмаған уның баһаһы.

Үҙ телендә генә һөйләп, көйләп

Йәшәһен тик башҡорт балаһы!

 

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас