Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2021, 07:02

Үҙ ерең - ожмах иле

 Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Ялсы ауылында саф йәшлек хистәренә тоғро ҡалып, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп татыу үткән һоҡланғыс парҙар байтаҡ.  Шуларҙың береһе - Хәтирә менән Хәҙә Хәлитовтар  йәшерәк быуын кешеләренә һәр яҡлап өлгө булып тора. Донъя көтөргә сәмдәре, тормошҡа булған дәрт-ялҡындары менән йәштәргә биргеһеҙ әле улар.

Үҙ ерең - ожмах илеҮҙ ерең - ожмах иле
Үҙ ерең - ожмах иле

Тамырҙары менән улар икеһе лә Ялсы ауылынан. Гүзәл йәшлектәрендә ҡауышып, ҡоростай ныҡ нигеҙле ғаилә ҡороп, тыуып үҫкән ауылына мәңгелеккә берегә Хәлитовтар. Хәтирә һауынсы һөнәрен намыҫ менән башҡарһа, ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар водитель, артабан бригадир булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлаған тынғыһыҙ йәндәр үҙҙәре ғүмер бүләк иткән биш балаһына ла үҙ өлгөләрендә матур тәрбиә биреүгә ирешә. Бөгөн төрлө тармаҡта эшләп йөрөүсе балалары - Лилиә, Люциә, Ләлә, Рәсилә һәм Илгиз изгелекле ата-әсәнең күңел йыуанысы, ныҡлы терәге булып тора.

 Хәтирә менән Хәҙә Хәлитовтар алты ейән һәм бер ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы хәстәрлекле, оло йөрәкле өләсәй-олатай ҙа.

- Тыуып-үҫкән ереңдә йәшәү – үҙе оло бәхет! – тип, үҙ төбәктәрен ожмах ереләй яҡын күреп, уға йәм биреп йәшәүсе Хәлитовтар бигерәк тә хаҡлы.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас