Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2021, 09:21

Сәләмәт йәшәүгә бер аҙым

 Күптән түгел генә Семен-Петровский ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булды. Халыҡты, айырыуса йәш быуынды һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә ауыл үҙәгендә балалар уйындары һәм спорт майҙансығы асылды.

Сәләмәт йәшәүгә бер аҙымСәләмәт йәшәүгә бер аҙым
Сәләмәт йәшәүгә бер аҙым

 Сараның хөрмәтле ҡунағы – район етәксеһе Ғайса Янбаев ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашып, яңы асылған майҙансыҡтың мәнфәғәтен күреүҙәрен теләне, уға һаҡсыл ҡарашта булырға, артабан да төрлө программаларҙа ҡатнашып ауылды төҙөкләндереү, матурлау буйынса эштәрҙе дауам иттерергә саҡырҙы.

 Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы республикала 2014 йылда бойомға ашырыла башланы. Иртөбәк ауыл биләмәһенең конкурста һәр йыл яңы проекттар менән ҡатнашып, күп кенә ерле мәсьәләләрҙе хәл итеүенә бер нисә йыл шаһит булып киләбеҙ. Үҙ сығышында биләмә башлығы Закир Сәрүәр улы ла был юҫыҡта башҡарылған эштәрҙе телгә алып, төп спонсорҙар – Олег менән Александр Николаевтарға оло рәхмәтен еткерҙе. Үҙ иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып документ эштәрен еренә еткереп башҡарыуы менән проекттарҙың ыңғай һөҙөмтәһенә тос өлөш индереүсе Иртөбәк ауыл советының эштәргә идара итеүсеһе Гөлнара Бикбаеваға, әүҙем йәмәғәтсе Наталья Ғаязоваға һәм спонсор ярҙамы күрһәтеүсе Александр Николаевҡа рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

 Семен-Петровский һәм биләмәгә ҡараған ауылдар яҙмышына һис битараф ҡала алмаған “Иртөбәк” агрофирмаһы директоры һәм район советы депутаты Олег Николаев та ауылдаштарын ихлас тәбрикләп, берҙәм тырыш хеҙмәте өсөн уларға рәхмәтен еткереп, киләсәктә майҙансыҡ эргәһен төҙөкләндереү буйынса эштәрҙә әүҙем ҡатнашасаҡтарына, яңы объект асылыуҙың сәләмәт йәшәүгә йәнә бер аҙым эшләргә стимул буласағына ышанысын белдерҙе.

 Урындағы балалар баҡсаһы мөдире Светлана Тельгина район һәм биләмә етәкселәренә, спонсор ярҙам күрһәтеүселәргә ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтен белдерҙе. Артабан Нәғим Нуриманов, Руслан Абдуллин, Эльвира Төхвәтуллина башҡарыуында йырҙар сараға байрам кәйефе өҫтәне.

 Ниһайәт, ҡыҙыл таҫма ҡырҡылғас, балалар һәм өлкәндәр майҙансыҡҡа рәхим итте. Йәнле сара иҫтәлеккә фотоға төшөү, саф һауала сәй эсеү менән тамамланды.

 Эйе, исемле йылда ҙур матур майҙансыҡ асылыу тантанаһы Семен-Петровский ауылы кешеләре өсөн  ысынлап оло байрамға әүерелде. Һалҡын иртәлә сараға дәррәү килеүе, шат йөҙҙәре, балаларҙың шау-гөр килеп уйнауы быға асыҡ миҫал булды.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас