Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабря 2021, 07:00

Иман йорто – рухи ҡәғбә

Аҙнағол ауылындағы “Ихлас” мәсете ауылдың рухи ҡәғбәһе булып тора, тип әйтергә була. Бынан 3 йыл асылған иман йорто ауылдың олоһон да, кесеһен дә берләштерә.    Мәсеттең имам-хатибы Фәрүәз хҙрәт Яҡупов  әйтеүенсә, ауылда диндарҙар байтаҡ ҡына. Йома намаҙҙарына, мәҫәлән, тиҫтәләгән кеше килә, Дауыт-Ҡайып ауылына йомаға йөрөүселәр ҙә бар.  Йома көндө кисен иман йортонда Абдулғәни хәҙрәт дини дәрестәр уҙғара. Унда ғәрәп теленән тыш, “Ғаҡидә”, “Фиҡһ”, “Сира” уҡытыла. Шуныһы ҡыуаныслы, мәсеткә ололар менән бер рәттән балалар ҙа бик теләп йөрөй. Шәрифйән ағай Кинйәбулатовт шулай уҡ мәсеттә уҡыусы балаларҙы көн һайын цигун гимнастикаһына (ҡытай теленән тәржемә иткәндә “ци” – “энергия”, “һауа”, “һулыш”ты, “гун” – “хәрәкәт”, “ҡаҙаныш”, “көс” тигәнде аңлата) өйрәтә.

Иман йорто – рухи ҡәғбәИман йорто – рухи ҡәғбә
Иман йорто – рухи ҡәғбә

Өлкәндәр әйтеүенсә, ауылда элек тә иман йорто булған. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ауылдың указлы муллаһы Әхмәтғәли Солтанғолов һөргөнгә ебәрелгәс, мәсет бинаһын башланғыс мәктәп иткәндәр. Дини ҡанундарҙы үтәүсе изге йомалар, байрамдар шәхси йорттарҙа үткәрелгән. Указлы муллалар булмаһа ла, динде яҡшы белеүселәр ауылда иман нуры һүнеүгә юл ҡуймаған, Әхмәтғәли хәҙрәттән һуң Сәхиулла Имәнбаев, Хәйбулла Исхаҡов, Ғәлийән Ишбулдиндар уның эшен дауам иткән. Сәйфетдин Яҡупов, Байрамбикә Алсынбаевалар ҙа аят-доғалар уҡып, дини ҡанундарҙы үтәүгә үҙ өлөшөн индергән. 

Ошо ауылда тыуып үҫеп, Өфөлә йәшәүсе эшҡыуар Илшат Сәлихов менән Мәләүездә йәшәүсе Салауат Кинйәбулатовтың башланғысы һәм ҙур ярҙамы менән 2019 йылда үҙ ишектәрен асҡан яңы мәсет үҙенең ыҡсымлығы, йәмлелеге менән һоҡландыра. 8 мөйөшлө итеп кирбестән һалынған мәсетте төҙөүгә Илшат Әхәт улы менән Салауат Хәлиулла улынан тыш, урындағы халыҡ, шулай уҡ ауылда тыуып үҫеп, әлеге көндә ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур көс һалған. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас