

Ҡура тултырып мал аҫрап, баҡса үҫтереп, ҡолас ташлап донъя көткән ауыл кешеләренә йыл әйләнәһенә ял эләкмәй тиерлек. Шулай ҙа зарланмай ауыл кешеһе, һәр көндән йәм табып, мәшәҡәттәрҙең дә ыңғай яҡтарын табып, барына шөкөр итеп йәшәй. Әлеге мәлдә ауылдарҙа барған һуғым өмәләрен генә алайыҡ. Бер ҡараһаң, үҙе байрам, үҙе бер йәм!
Егәрле хужабикәләр һуғым һуйғандан һуң бер-береһен уҙҙырып ҡаҙы, тултырма эшләй. Аҙнағол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары – Вәсилә апай Рыҫмөхәмәтова ошо көндәрҙә тултырма тултырған, Рәйлә апай Рыҫмөхәмәтова иһә ҡаҙы эшләгән. Күңел йылыһын һалып әҙерләгән был ризыҡтарҙы уларға яҡындары, балалары, туғандары менән бергә-бергә иҫән-һау ашарға яҙһын!