Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2021, 06:34

Ҡурҡыныс аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдгән

Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, водитель баҫтырыуҙан ҡасырға маташҡан.

Ҡурҡыныс аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдгәнҠурҡыныс аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдгән
Ҡурҡыныс аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдгән

Бөгөн, 12 декабрҙә, Башҡортостандың баш ҡалаһында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше һәләк булған. Минһажев һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдары киҫелешендә ВАЗ-21099 менән "Мазда 6" бәрелешкән.

Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-21099 автомобиленең водителе һәм пассажиры  ашығыс ярҙам килеп еткәнгә тиклем үлгән.

Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ-21099  водителе баҫтырыуҙан ҡасырға маташып, Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенән ҙур тиҙлектә килгән.

Автор:
Читайте нас