

Ауыл старостаһы Тәлғәт ағай Сәлихов әйтеүенсә, Сәлих ауылы матбуғаттың да тоғро дуҫы. Аҡъюлайҙың алтыһынан иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ваҡытында иң беренселәрҙән булып беҙҙең район гәзите “Мораҙым”ға яҙылып ҡыуандырҙылар. Бынан тыш, “Ағиҙел” журналына ла күмәкләп яҙылдылар. “Айыҡ ауыл”дар араһындағы был матбуғатҡа яҙылыу акцияһын тәү башлап Хоҙайбирҙин ауылы иғлан иткәйне. Киләһе йыл, тимәк, ике ауылға альтернатив ысул менән йәмғеһе 27 дана “Ағиҙел” журналы килеп торасаҡ.
Байрамға ҡунаҡҡа килгән ошо ауыл ҡыҙы Зөлфиә Ҡайсарова ла ауылдаштарының “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуҙарын хуплай.
- Мин ошо ауылда тыуып үҫкәнмен. Атайым Байғазаҡов Мырҙағәле Сәфәрғәле улы ауылдың абруйлы уҙаманы була торғайны. Төп йорттоң нигеҙен һыуытмайса әлеге ҡустым Мансур менән киленем Клара тора. Һәр ваҡыт ҡунаҡҡа саҡырышып, аралашып торабыҙ, атай йортона ҡайтҡанда йылы һүҙ, алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алыуҙарына рәхмәтлебеҙ. Матур итеп донъя көтәләр, ишле-ишле мал –тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр, донъялары гөлт итеп тора. Өс бала үҫтерҙеләр, матур итеп тәрбиә бирҙеләр. Бәләкәстәре етенселә уҡып йөрөй, Илназыбыҙ әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтты.
Ауылға килгән һайын шатланам: халыҡ дәртле, ауылды төҙөкләндереү өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр. Икен се йыл рәттән конкурста ҡатнашалар, бөтәһе лә үҙ көстәре менән һалып ингән йорттарҙа бынамын итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.
Ауылдаштарымды күтәрмәләп, мин дә “Ағиҙел” гә яҙылдым. “Мораҙым”дан бер ҡасан да айырылғаным юҡ, “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын йыл да алдырам, - ти Зөлфиә Мырҙағәле ҡыҙы.