Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2021, 11:35

"Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!"

Ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан һалдаттар тураһында ишеткән һайын күңелдә әсәләр өсөн ҡыуаныс тойғоһо арта. Һалдатҡа оҙатып, керпек тә ҡаҡмай йоҡоһоҙ үткәргәндәр төндәр ҙә булғылағандыр. Ятҡан-торған һайын доғаларыбыҙҙы бағышлап, уландарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын тип теләнек. Вәлит ауылында йәшәгән Рәзилә  Вәлитова ла улы - Вәлитов Эльдар Наил улының иҫән-аман ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. "Эльдарҙың ҡартатайы Вәлитов Шакир Усман улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Мәскәү обороны войскаларында хеҙмәт иткәйне. Эльдар ейәненә лә: "Улым Мәскәүҙә хәҙмәт итәһең",- тигән теләктәре ҡабул булды. Маҡтау грамоталарын алып,беҙҙе ҡыуандырҙы", - тип шатлығы менән уртаҡлаша Рәзилә.

"Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!""Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!"
"Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!"

Ысын ир-егеттәр тәрбиәләп үҫтергән өлгөлө Вәлитовтар үҙ нәҫеле менән хаҡлы ғорурлана.

"Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!"
"Күнелем тыныс, донъям түңәрәк!"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас