Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2021, 05:12

Марафонға юлдыбайҙар ҙа ҡушылды

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын Һатлыҡ, Новохвалын, Юлдыбай китапханасылары "Башҡорт теле - шөкөр тел" тигән сара менән дауам итте. Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы менән Розалия Ҡотлогилдина таныштырып үтте. Мәҙинә Хөсәйенова мәҡәлдәр әйтһә, Гөлгөнә Хөснуллина сарала ҡатнашыусыларға уйындар уйнатты. Сараны Аралбаева Динә "Әлифба ",Миңлебаева Гүзәлиә "Аллаға шөкөр " тигән матур йырҙар менән биҙәнеләр. Мозафаров Нәсимден баянда ауыл көйҙәрен уйнап ишеттереүе күңелгә май булып ятты. Килсенбаева Әсмә, Хәлилова Римма апайҙар Аҡмулланың нәсихәттәрен уҡынылар. Рәсимә апай кешенең тормошҡа шөкөр итеп йәшәй белеүе тураһында һөйләне. Алламоратова Зөлфирә башҡорт теленең бик бай, мөһим, бөгөнгө көндә кәрәк икәнен аңлатып, "Башҡорт телендә һөйләшәм " тигән йыр башҡарҙы. 

Марафонға юлдыбайҙар ҙа ҡушылдыМарафонға юлдыбайҙар ҙа ҡушылды
Марафонға юлдыбайҙар ҙа ҡушылды

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын Һатлыҡ, Новохвалын, Юлдыбай китапханасылары "Башҡорт теле - шөкөр тел" тигән сара менән дауам итте.

Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы менән Розалия Ҡотлогилдина таныштырып үтте. Мәҙинә Хөсәйенова мәҡәлдәр әйтһә, Гөлгөнә Хөснуллина сарала ҡатнашыусыларға уйындар уйнатты. Сараны Аралбаева Динә "Әлифба ",Миңлебаева Гүзәлиә "Аллаға шөкөр " тигән матур йырҙар менән биҙәнеләр. Мозафаров Нәсимден баянда ауыл көйҙәрен уйнап ишеттереүе күңелгә май булып ятты. Килсенбаева Әсмә, Хәлилова Римма апайҙар Аҡмулланың нәсихәттәрен уҡынылар. Рәсимә апай кешенең тормошҡа шөкөр итеп йәшәй белеүе тураһында һөйләне. Алламоратова Зөлфирә башҡорт теленең бик бай, мөһим, бөгөнгө көндә кәрәк икәнен аңлатып, "Башҡорт телендә һөйләшәм " тигән йыр башҡарҙы. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас