Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2021, 10:00

Афарин, Рәмил Һәүбән улы!

Оҙаҡ йылдар район театрында уйнаған, уны етәкләгән, моңло йырҙары, тасуири уҡыған шиғырҙары менән тамашасылар һөйөүен яулаған Рәмил Ҡотлоғужин һуңғы йылдарҙа сәхнәнән бер аҙ ситкә тайпылғандай булды. Ошо көндәрҙә Рәмил Һәүбән улы редакциябыҙға үҙе килде. Баҡтиһәң, ул ижадтан һис тә айырылмаған. Улай ғына ла түгел, төрлө ижади конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша икән. Мәҫәлән, “Отражение” халыҡ-ара конкурс – фестивалендә “Художестволы һүҙ” номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булған.  Оло быуын кешеләре араһында уҙғарылған ижади марафонда  ҡатнашҡаны өсөн дә диплом тапшырылған.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторола килгән “Мин яратам һине, тормош” республика фестивалендә ҡатнашып, шулай уҡ дипломға лайыҡ булған. Афарин, Рәмил Һәүбән улы!

Афарин, Рәмил Һәүбән улы!Афарин, Рәмил Һәүбән улы!
Афарин, Рәмил Һәүбән улы!

Оҙаҡ йылдар район театрында уйнаған, уны етәкләгән, моңло йырҙары, тасуири уҡыған шиғырҙары менән тамашасылар һөйөүен яулаған Рәмил Ҡотлоғужин һуңғы йылдарҙа сәхнәнән бер аҙ ситкә тайпылғандай булды.

Ошо көндәрҙә Рәмил Һәүбән улы редакциябыҙға үҙе килде. Баҡтиһәң, ул ижадтан һис тә айырылмаған. Улай ғына ла түгел, төрлө ижади конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша икән. Мәҫәлән, “Отражение” халыҡ-ара конкурс – фестивалендә “Художестволы һүҙ” номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булған.  Оло быуын кешеләре араһында уҙғарылған ижади марафонда  ҡатнашҡаны өсөн дә диплом тапшырылған.

 Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторола килгән “Мин яратам һине, тормош” республика фестивалендә ҡатнашып, шулай уҡ дипломға лайыҡ булған.

Афарин, Рәмил Һәүбән улы!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас