

Был ваҡиғаны миңә бер апай һөйләгәйне. Ауылға ҡайтып барғанда ҡул күтәреп торған алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡатынды ултыртып алғайным. Рулдә бик һөйләшергә яратмаһам да, һүҙ артынан һүҙ китеп, оҙон юлда төрлө нәмәләр тураһында һөйләшеп ташланыҡ. Бына шул апайҙың әсәһе һөйләгән булған был хәлде.
Әсәһенең бер туған апаһы (йәғни юлдашымдың инәйе) менән булған ул хөрәфәтле ваҡиға.
Беҙ, ер йөҙөндә йәшәгән кешеләр, бигерәк тә, хәҙерге быуын ендәр донъяһына бик ышанмаған булабыҙ. Әммә ысынбарлыҡта аңлатып бирә алмаҫлыҡ теге йәки был күренештәр тураһында ла ишеткеләп торабыҙ.
Ендәр хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән: «Әйт: «Миңә вәхи ҡылынды, Аллаһынан хәбәр бирелде, ендәрҙең бер өлөшө Ҡөръәнде тыңлағандар һәм ендәр ҡәүемдәренә барып һөйләнеләр: Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәжәйеп Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ. Ул Ҡөръән тура юлға күндерәлер һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ». («Ендәр» сүрәһе 1-2 аят).
Былай була ул хәл. Һуғыштан алдағы йылдарҙа, буғай. Йәш бала тапҡан ҡатын эшен саҡ бөтөп (элек бит инде яңы бала тапҡанмын тип һаҡланыу ғәләмәте юҡ, йөклө саҡта ла, йәш имсәкле бала менән дә эш өҫтөндә йөрөгәндәр) эңер төшкәс кенә ире менән мунсаға бара. Арыуы еткән ҡатындың яйлап мунса ингеһе килә, ире иһә йыуынып бөтөп, ҡайтып та китә. Шәм яҡтыһындағына ҡатын яңғыҙы ултырып ҡала.
Бер заман оҙон һары сәсен икенән ярып тороп үргән ике ҡыҙ йылмая-көлә мунсаға килеп инә. “Апай, йонсоғанһың бит, ҡана, бағайыҡ үҙеңде. Арҡаңды ла һылайыҡ, сабындырайыҡ”, - тип береһе ҡатындың арҡаһын майлай, икенсеһе үҙе менән индергән ҡайын миндек ебетә. Йонсоған йәш балалы ҡатынды ҡыҙҙар йыуындырып, майлап, сабындырып, сәсен тарап, кейендереп, икеһе ике яҡтан ҡултыҡлап өйөнә алып барып ҡуя. “Мунса яҡһағыҙ, тағы килеп бағырбыҙ, тик беҙҙең килгәнде берәүгә лә әйтмә”, - тип хушлашалар.
Иртәгәһенә лә был ҡатын иренән мунса яҡтыртып, яйлап йыуынып алайым тип, яңғыҙы китә. Күп тә үтмәй теге һары сәсле йәш ҡыҙҙар ҙа килеп инә. Береһе арҡаһын майлай, береһе йыуындыра, сабындыра. Йонсоуы еткән ҡатын риза булып ҡабул итә уларҙың бағыуын.
“Апай, һабынды ғына алып бир әле”, - тигәнгә ынтылып һабынды алып бирәйем тиһә, уныһы тайып, ҡулынан төшөп китә. Йәш ҡатын “Бисмилла” тип иҙәнгәтөшкән һабынды алырға үрелгәндә ҡыҙҙарҙың оҙон күлдәге аҫтында аяҡ түгел, тояҡ икәнлеген күреп ҡала. Баяғылар ҙа һирпһенеп китә. Бер нәмә лә әйтмәй, йыуындырыуҙы ташлап, икеһе лә сығып китә. Йәш ҡатын көс –хәл менән кейенеп, ней үле, ней тере түгел ҡайтып инә.
“Харап иттең бит мине мунсала яңғыҙ ҡалдырып”,- тип кенә әйтә ала иренә. Әмәлгә ҡалғандай, ҡатындың атаһы ла килгән була. Ул хәҙрәткә ҡул биргән көслө мулла булған. Эштең нимәлә икәнен андып, иҫһеҙ ятҡан ҡыҙының өҫтөнә аҡ япма яптырып, көслө-көслө доғалар менән өшкөрә. Оҙаҡ өшкөрә. Төн үтә, иртәгәһенә лә эргәһенән китмәй өшкөрә. Имсәк һорап илаған баланы зәхмәте күсеп ҡуймаһын тип эргәһенә яҡын да килтертмәй мулла ҡарт. Шулай доғалар менән саҡ әҙәм итеп ала ҡыҙҙы.
Ҡырҡы үтмәгән йәш бала менән әсәләрҙе юҡҡа ғына ҡурсырға ҡушмағандар шул ололар. Баҡтиһәң, уны ен ҡыҙҙары (ниндәй маҡсат менәндер) килеп, бағып йөрөгән.
Ен -пәрейҙәр, бисуралар, биреләр тураһында легенда -риүәйәттәр ҙә бар халыҡ фольклорында. Борон был заттар кешегә бик яҡын булған, тиҙәр. Ендәрҙең дә динһеҙҙәре һәм динлеләре була: "Мин ендәрҙе лә, кешеләрҙе лә бары тик Миңә сәждә итһендәр, тип яралттым" (Ҡөръән, Ҙәрийәт сүрәһе, 56 аят). Ен затынан булып кешегә насарлыҡ ҡылып йөрөгән шайтандар иһә Иблис тоҡомонан.