

Бөгөнгө тормош элеккеһе менән ҡырҡа айырыла: хәҙер, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, заман менән бергә атлар өсөн ашығып-ҡарһаланып йәшәйбеҙ. Мәғариф, мәҙәниәт, журналистика һәм башҡа бик күп өлкәләрҙә тир түккәндәр мине һүҙһеҙ ҙә аңлар: бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәренә интернет селтәрендәге иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәр, элек төшкә лә инмәгән кәрәкле-кәрәкһеҙ бурыстар, талаптар өҫтәлде.
Ҡайһы берҙә шул тиклем төпкөл генә ауылға барып йәшәге килеп китә – ундағы тыныслыҡ шул тиклем күңелде арбай...
...10-11-се класта беҙҙе оло ғына уҡытыусы уҡытты. Сал сәсле апай бик белемле, әҙәпле, абруйлы ине (уны әле лә барҙыр тип өмөтләнәм. Уға төплө белем биргәне өсөн рәхмәт уҡыусылар бер мин генә түгелдер!)
Берҙән-бер көндө дәрес ваҡытында арттараҡ ултырған малайҙар шым ғына хихылдаша башланы. Аптырашып уларға ҡарайбыҙ, улар иһә уҡытыусының аяҡтарына ымлай. Ике аяғына беленер-беленмәҫ кенә төҫтәре айырылған ике төрлө ойоҡ кейеп килгән икән апабыҙ. Малайҙарға йоҙроҡ күрһәтеп, көлмәҫкә ишара яһаһаҡ та, үҙебеҙҙең йөҙҙәребеҙгә лә йылмайыу ҡуна...
...Төшкө аштан һуң ҡабат эшкә йыйынып, итегемде кейергә эйеләм дә, уларҙың ике төрлө икәнен күреп, аптырап ауыҙым асыла. Һуң, төшкә тиклем ике төрлө итек кейеп йөрөгәнем дә баһа! Төҫтәре бер үк булһа ла, береһенең каблугы икенсеһенән бер см самаһына бейегерәк, ҡуңысы ла ярты см самаһына оҙонораҡ. Бына һиңә мә! Эшкә барғас, көлә-көлә иптәш ҡыҙҙарымдан һорайым, улар һинең түгел, үҙебеҙҙең нимә кейгәнде абайлаһаҡ бик хуш әле, тип ҡул һелтәй.
Өҫтә телгә алған уҡытыусым ярай алтмышҡа етеп барған ҡатын ине, ә беҙ бит әле күпкә йәш! Ашығып-ҡарһаланып йәшәп, итектең ике төрлө икәнен генә түгел, ғүмерҙең үткәнен дә абайламайбыҙ - бына нимәһе үкенесле!