

Сараны ЮХХДИ идаралығы менән килешеү буйынса Башҡортостан Республикаһының Гостехнадзор инспекцияһы уҙғара.
Сараның төп бурыстары:
- ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡулланыу өлкәһендәге тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, кәрәкле документтар булыуын тикшереү;
- үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙың ауылдарҙа һәм ауыл биләмәләрендәге техник тикшереү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, ҡулланыу ваҡытында техник торошон тикшереү;
- кешенең ғүмеренә, һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә хәүеф килтереүсе боҙоҡ, ОСАГО страховка полисы булмаған, шулай уҡ техник тикшереү үтмәгән машиналарҙы эксплуатациялауҙы тыйыу;
- таныҡлығы булмайынса техникаға идара итеүселәрҙе асыҡлау һәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу;
- ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә иҫәптә тормаған һәм техник тикшереү үтмәгән транспорт сараларын асыҡлау.
Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы тарафынан үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының техник торошон тикшереү буйынса маршруттар билдәләнде, шулаҡ уҡ ЮХХДИ, БР-ҙың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, Урман хужалығы министрлыҡтары һәм “Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоцияцияһы”белгестәре менән берлектә рейдтар үткәреләсәк.
Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы.