+22 °С
Ямғыр


Әсәйҙәр көнөнә арнап үткәрелгән конкурстың тағы ла бер еңеүсеһе Фәүзиә Ишбирҙина ла, ниһайәт, бүләген килеп алды.
Үрге Һаҙ ауылында йәшәүсе, 8 ҡыҙ һәм 5 ул тәрбиәләп үҫтергән герой-әсәне, 39 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәрҙе тәрбиәләшергә ярҙам итеүсе хәстәрлекле өләсәйҙе тап шундай – алсаҡ, ихлас итеп күҙ алдына килтергәйнек тә инде.
Балаларығыҙға терәк-таяныс булып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә, Фәүзиә апай!