Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2021, 06:25

Һалдат ҡайтты тыуған өйөнә!

 Әлеге мәлдә көҙгө саҡырылыш бара – ил алдындағы изге бурысын үтәү өсөн күп егеттәр әрме сафына юллана. Ә ҡайһылары иһә, киреһенсә, хеҙмәт итеү мөҙҙәтен тултырып, тыуған яғына ҡайта. Күптән түгел  Сәйетҡол ауылы егете – кесе сержант Радмир Рафиҡов та тыуған өйөнә, туғандары һәм ата-әсәһе янына ҡайтҡан.  Уҙған йылдың көҙөндә армияға алынған Радмир Сафуан улы Ленинград өлкәһендә милли гвардияла хеҙмәт иткән.

Һалдат ҡайтты тыуған өйөнә!Һалдат ҡайтты тыуған өйөнә!
Һалдат ҡайтты тыуған өйөнә!

Үҙ бурыстарына яаплы ҡарауы, тырышып хеҙмәт итеүе өсөн уға хәрби часть командирының Рәхмәт хаты тапшырылған.  

Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Гөлгөнә Рафиҡова әйтеүенсә, Радмир армияға юнармеец булып киткән, хеҙмәт итеү осоронда уны  командирҙары тик яҡшы яҡтан ғына телгә алған.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас