Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2021, 15:31

«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына шылтыратығыҙ!

Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала.7-8 декабрҙә в «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы сиктәрендә «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләйәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора.Республика халҡына психотерапевтик, наркологик һәм психологик ярҙам күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» 8-800-7000-183 телефоны буйынса 7 һәм 8 декабрҙә, 11.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә эшләйәсәк, билдәле табиптарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә түләүһеҙ консультация алырға мөмкин буласаҡ.

«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына шылтыратығыҙ!
«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына шылтыратығыҙ!

Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға
Республика клиник психотерапевтик үҙәге, Республика клиник психиатрия дауаханаһы, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы, Республика наркология диспансеры белгестәре яуап бирәсәк, улар шылтыратыуҙарҙы Өфөләге
Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк һәм «Индиго» ҡала психолог-медицина-социаль оҙатыу үҙәге базаһында ҡабул итәсәк.

Шулай итеп, 7 һәм 8 декабрҙә, 11.00-20.00 сәғәттәрҙә 8-800-7000-183 телефоны аша шылтыратып, белгестәргә эскелек, наркомания, эскелектән дауаланыуға, социализациялауға, реабилитацияға һәм башҡа ошо темаға бәйле һорауҙар бирергә мөмкин.

Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йәки шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Үрҙә телгә алғанса, табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә, республиканың бөтә төбәктәренән дә шылтыратырға һәм ашығыс психологик ярҙам алырға була.

Конфиденциаллек, был мөмкинлектең бушлай һәм бөтәһе өсөн дә булыуы — «ҡыҙыу бәйләнеш»тең төп эшмәкәрлек принциптары.
Тимәк, һәр кешенең аноним һәм бушлай квалификациялы психологик ярҙам алыу мөмкинлеге бар һәм уның мөрәжәғәт итеүе бер кемгә лә билдәле булмаясаҡ.

Билдәле психологтарҙың, психотерапевтарҙың, наркологтарҙың бушлай аноним консультацияһы проблеманы аңларға, насар ғәҙәттәргә бәйлелектең һәм ҡуша бәйлелектең сәбәптәрен төшөнөргә, ошо хәлдән сығыу юлдарын табырға, шәхси дауалау юлдарын билдәләргә ярҙам итәсәк.
Эскелеккә, наркоманияға бәйле ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, яҡындарығыҙ ошо афәттәрҙән яфаланһа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ, тура бәйләнешкә шылтыратығыҙ, белгес кәңәштәрен тыңлап ҡарағыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 8-800-7000-183 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк. Барыһы ла бушлай һәм аноним рәүештә!

Автор:
Читайте нас: