Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2021, 15:14

Талаптар йәнә үҙгәрә

Юғары әҙерлек тураһындағы указда ниндәй яңылыҡтар бар?

Талаптар йәнә үҙгәрә
Талаптар йәнә үҙгәрә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ үҙ ҡурсаланыу режимы COVID-19 дигнозы раҫланған йәки сиргә шик бар осраҡта, шулай уҡ сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн билдәләнә. Ауырыу билдәләре юҡ икән, әлеге талап һуңғы алты ай эсендә коронавирусҡа ҡаршы тулы вакцинация курсы үткәндәргә йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе үткәргәндәргә ҡағылмай.

“Башавтотранс” предприятиеһы, шәхси ташыусылар һәм такси хеҙмәттәре тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр вирулицид тәьҫирле препараттар файҙаланып пассажир салонын эшкәртергә, шулай уҡ иҙәндәренә дымлы йыйыштырыу үткәрергә тейеш.

Тимер юлы, авто- һәм аэровокзалдарға, йылға порттарына тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр кешеләр ҡулы менән ҡағылған урындарҙы эшкәртергә һәм иҙәнде йыуып торорға кәрәк.

Хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләһе ағзалары, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең граждандар персоналы коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү фактын йәки алты ай эсендә сирләүен раҫлау өсөн хәрби-медицина ойошмаһында бирелгән ҡағыҙ сертифакатты (белешмәне) күрһәтә ала.

Балаларҙың уйын бүлмәләре (күңел асыу үҙәктәре) эшмәкәрлеге рөхсәт ителә. Уларға тик паспорты йәки шәхесен раҫлаған башҡа документы булған, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһындағы сертификаты, һуңғы алты айҙа сирләү тураһындағы белешмәһе йәки вакцинацияға медицина ҡаршылыҡтары тураһындағы белешмәһе (был осраҡта кире ПЦР-тест менән) булғандар инә ала. Был ҡағиҙә 18 йәше тулмаған балаларға ҡағылмай.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: