Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 12:05

"Тыуған ерҙә йәшәү - ҙур бәхет"

“Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡан Аҙнағол ауылында әүҙем ир-егеттәр байтаҡ ҡына. Уларҙың береһе – Кинйәбулатов Шәрифйән ағай.  Тормош иптәше Зөлфиә апай менән биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған Шәрифйән ағай бынан бер нисә йыл элек тыуған ауылына ҡайтып йорт күтәргән.

"Тыуған ерҙә йәшәү - ҙур бәхет"
"Тыуған ерҙә йәшәү - ҙур бәхет"

Хәҙер инде улар тулы ҡанлы ауыл тормошо менән йәшәй: баҡса тултырып картуф, йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡура тултырып мал аҫрай. Үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан нурлы йорттарынан кеше өҙөлмәй. Байрамдарҙа, йәй көндәрендә Сорғотта йәшәүсе Гөлфиә менән Гөлсирень, ауылдағы Айгөл ҡыҙҙары, Себерҙә йөрөгән Илдар, Иглинда төпләнгән Айрат улдары ғаиләләре менән ҡайтып төшһә,  Шәрифйән ағай менән Зөлфиә апай үҙҙәрен донъялағы иң бәхетле, иң бай кеше итеп хис итә. Шулай булмай һуң, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре генә  ун алты! Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, ауылдаштарына, күрше-күләндәренә күңел йылыһын таратыуҙан, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙан, ауылда уҙған сараларҙа ҡатнашып йәшәүҙән ҙур ҡәнәғәтлек ала Кинйәбулатовтар.  

 Шәрифйән ағай менән Зөлфиә апай икеһе лә дин юлында.  Нурия апай Хәлилованың дәрестәренә йөрөп, дини белемдәрен камиллаштырған Кинйәбулатовтар һаман да шәриғәт ҡанундарын өйрәнеүҙән туҡтамай, әлеге көндә Шәрифйән ағай Ырымбур ҡалаһының “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем ала. Яҡындарына, ауылдаштарына, күрше-күләндәренә күңел йылыһын таратыуҙан, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙан, ауылда уҙған сараларҙа ҡатнашып йәшәүҙән ҙур ҡәнәғәтлек ала Кинйәбулатовтар.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: