Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 11:05

Киҙеүҙән халыҡ нисек һаҡлана?

Бала саҡта ауырыҡһынып киткәнегеҙҙә нисек дауалай торғайнылар иҫләйһегеҙме? Эйелер, моғайын да. Ата-әсәйҙәрҙең "Һуған аша, һарымһаҡ аша" тип тылҡығандарын нисек онотаһың инде. Һуған һутын ҡалаҡ менән ҡырып танауға ла тамыҙып торғайнылар, һуған уртаһын ҡолаҡҡа ла тығырҙар ине. Тамаҡ ҡымыржығанда сей сөгөлдөр һутын эсерҙеләр. Ҡайнаған һөткә һары май йә ҡаҙ майы, бал, әҙерәк кенә аш содаһы һалып бирерҙәр ине. Мундирлы картуф бешереп, быуында ла тоттолар, картуфын иҙеп, сепрәккә урап күкрәккә лә һалдылар. Шулай бер дарыуһыҙ ғына нисектер һауығыр инек.  Йылдар буйы һыналып килгән халыҡ медицинаһы ысулдарын беҙ бөгөн дә ҡулланабыҙ. 

Киҙеүҙән халыҡ нисек һаҡлана?
Киҙеүҙән халыҡ нисек һаҡлана?

 Ауырымаҫҡа тырышһаҡ та, ҡайсаҡ эләгеп тә ҡуя. Гел генә дарыу эсеү ҙә еңел түгел бит әле. Дауаланыуға ҡарағанда иҫкәртеү ҙә яҡшыраҡ. Кемдер үлән сәйҙәре, бал, лимон, һарымһаҡ ҡуллана, кемдер ҡорот иҙеп эсһә лә сихәт таба, халыҡ медицинаһында ла киҙеүҙе иҫкәртеү, дауалау ысулдары бихисап.

"Үпкәләргә май кәрәк", - тигәйне бер ағай. Ысынлап та, боронғолар юҡҡа ғына майлы ризыҡҡа, һимеҙ иткә өҫтөнлөк бирмәгәндер. Йылҡы һурпаһы, ҡаҙы, ҡаҙ майы ауырыуҙан һаҡланыу сараһы булған. Тимәк, иң тәү сиратта дауа булып беҙҙең ейгән ризығыбыҙ тора. Тоҙлоҡло йылҡы һурпаһына ҡорот, борос, тәменсә һарымһаҡ ҡушып тороп эсеп ебәрҙең икән, тир бәреп сыға, сир-сырхауҙарың да һыпырып алғандай юҡ булыр. Шуға ла, мин уйлайым, беҙ боронғолоҡҡа, ата-бабаларыбыҙҙың туҡланыу рәүешенә иғтибар  итергә тейешбеҙҙер.

Ә һеҙ киҙеүҙән нисек һаҡланаһығыҙ, дуҫтар?

Ғәлиә:

- Иң мөһиме, өшөмәҫкә кәрәк. Саҡ ҡына өшөһәң дә, тамаҡҡа һыуыҡ тейергә әҙер тора. Профилактик сараларҙан иһә бер стакан йылымса һыуға бер бүлкәс һарымһаҡты кистән һалып ултыртам да, шуны иртән ас ашҡаҙанға эсәм. Бынан тыш, соданы ла ҡулланам. Ярты стакан ҡайнар һыуға балғалаҡ осонда ғына сода һалып һүндерәм дә, шул һыуынғас, йә һалҡынса һыу өҫтәп, ашар алдынан көнөнә бер тапҡыр эсәм. Лимон, имбирь, бал да һәр ваҡыт өҫтәлдә.

Земфира:

- Мин яҙҙан башлап ҡара әнис (тмин) майын эсәм. Ул иммунитетты нығытып ҡына ҡалмай, ҡанды ла таҙарта, тән тиреһе, сәс, тырнаҡтар торошон да яҡшырта. Витаминлы ҡатнашма ла эшләйем йыш ҡына. Грек сәтләүеге, лимон, өрөк, бал, һарымһаҡ (һәр береһен самалап алам, үлсәп тормайым) алып, ит тартҡыстан үткәрәм дә, бал ҡушып һыуытҡыста һаҡлайым, көнөдә бер аш ҡалағы ҡатнашманы ашайбыҙ. Балалар өсөн һарымһаҡ ҡушмай эшләйем.

Фәниә апай:

- Аллаға шөкөр, сир-сырхауға бирешмәй генә инеп барабыҙ ҡышҡа. Йәйгеһен таҙа ерҙән арыу ғына итеп әрем сәскәһе йыйып алғайным, шуның менән тамаҡ-танауҙы сайҡатҡылайбыҙ. Эсеүгә әсе, кемдер, бәлки, эсә лә алалыр, тик табиптар менән кәңәшләшмәйсә, уны ла артыҡ ҡулланырға ярамайҙыр. Шул уҡ  һарымһаҡ, һуған, лимон, тоҙло кәбеҫтә витаминдарға бай бит инде. Уларҙы ла өҫтәлдән өҙмәйбеҙ. Ҡаҙ өмәләре үткәс, эс майын да иретеп алдыҡ. Саҡ ҡына йүтәлләй башлаһаң да, мунсала ыуынып ултырыу килешә. Бәләкәй балғалаҡ менән ҡоротҡа ҡушып эсеп ебәрһәң дә, файҙалы. Үлән сәйе эсәбеҙ. Мәтрүшкә, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы, бөтнөк кеүек үләндәргә яҙғыһын йыйған йәш ҡайын япрағын ҡушып сәй эшләп алдым.

 

Әлбиттә, халыҡ дауалау ысулдарын һайлағанда ла табиптар менән кәңәшләшеү мөһим. Ныҡлап ауырып киткәндә ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә сирҙе иҫкәртеү, иммунитетты нығытыу өсөн был тәңгәлдә йәшелсә, емеш-еләк, үлән сәйҙәре, ҡорот, һурпа, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.

 

Киҙеүҙән халыҡ нисек һаҡлана?
Киҙеүҙән халыҡ нисек һаҡлана?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: