Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 15:35

“Исемең матур, кемдәр ҡушҡан...”

Сабыйға исем һайлауға үтә лә яуаплы ҡарарға кәрәк. Сөнки бала ата-әсәһе һайлаған исемде ғүмер буйы йөрөтәсәк, хатта ки белгестәр әйтеүенсә, исем кешенең яҙмышына ла ҙур йоғонто яһай.  Аҙнағол ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Рифат Рыҫмөхәмәтовтар быйыл өсөнсөгә атай менән әсәй булған.  

“Исемең матур, кемдәр ҡушҡан...”
“Исемең матур, кемдәр ҡушҡан...”

 Йәштәр икеһе лә Аҙнағол ауылында тыуып үҫкән. Ҙур ҡыҙҙары Әмиләгә 11 йәш, ул Теләүембәт урта мәктәбенең 4-се класында белем ала, улдары Илфат – 4-се класс уҡыусыһы. Атаһы Себер тарафтарында эштә саҡта, апаһы менән бергәләп әсәһенә өй эштәрендә лә, мал ҡарарға ла ярҙам итә.

 Быйыл көҙ Рәзилә менән Рифат өсөнсөгә атай-әсәй булған – ғаиләләренең йәмен, ҡотон арттырып, йәнә бер ҡыҙҙары донъяға килгән. Ошо көндәрҙә Рыҫмөхәмәтовтар ауылдың “Ихлас” мәсетендә бәпескә Руфина тип исем ататты. Аҙнағол ауылы имам-хатибы Фәрүәз хәҙрәт Яҡупов сабыйҙың әсәһенә Ҡөрьән китабы бүләк итте.

 Әйткәндәй, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был исем “алтын сәсле” тигәнде аңлата, бындай исемде йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар көслө рухлы, лидерлыҡ һәләттәре көслө, эшлекле, уңышлы була тиелгән. Әлегә ата-әсәһенең йылы ҡосағында наҙланған Руфинаға бәхетле ,оҙон ғүмер насип булһын!

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: