Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 20:15

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы "Ете аҙым" тип аталған аҙналыҡ флешмоб иғлан ителде. Марафонда ете көн буйы ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыласаҡ һәм 14 декабргә - Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итә. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана: 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел». Бикбулат ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре марафонды"Иманлының уйы яҡты, йөҙө яҡты" тип аталған йөкмәткеле сара менән башлап та ебәрҙе.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Унда уҡыусылар Аҡмулланың тормошо, ижад юлы менән танышты, “Нимә ул иман” тигән һорауға күмәкләп яуап эҙләне, уның алты шарты тураһында төплө мәғлүмәт алды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн“Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир, мәғрифәтсе” тигән китап күргәҙмәһе лә әҙерләне.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: