Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 16:39

Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Әсәйҙәр көнөнә арнап үткәрелгән конкурс еңеүсеһе Нәзирә Ишкилдинаға бүләген тапшырҙыҡ һәм бер уңайҙан уның тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.  

Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы 1976 йылдың 5 ноябрендә Күгәрсен районының йәмле Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан, бай тәбиғәтле Бикбулат ауылында тыуған. Бала саҡтан уҡ күрше дуҫ ҡыҙҙары менән уҡытыусы булып уйнап үҫә. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, 1993 йылда, Мораҡ 2-се һанлы урта мәктәбендә педкласс асыла, Нәзирә шунда уҡырға килә һәм буласаҡ уҡытыусы һөнәренә башланғыс белем ала. Был педкласты асырға ул ваҡыттағы мәктәп директоры Хәбир Вәли улы Шәйәхмәтов, директор урынбаҫары Әлфир Сулпан улы Ғайсин, клас етәкселәре, остаздары, икенсе әсәй урынына  булған Лена Шәмсетдиновалар булышлыҡ итә.Уны тамамлағас, Салауат педагогия колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Коллҽджды уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Мораҡ башҡорт гимназияһында башлай. 1997 йылда, юғары белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә.Әсә телен, кескәй балаларҙы яратҡанға күрә, 2002 йылда  балалар баҡсаһына башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша .

 Әлегә мәлдә Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы Мораҡ ауылының "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәрендә кескәйҙәргә башҡорт телен - әсә теле һәм дәүләт теле булараҡ өйрәтә. 25 йыл педагогик стажының 19 йылын кескәйҙәргә әсә телен өйрәтергә бағышлаған педагог, район методик берләшмәне лә етәкләй. Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы ғаиләһендә лә үҙ балаларына ла туған телгә һөйөү уятырға, уларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: