Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2021, 10:23

Оҫта ҡуллы хужабикәләр

Ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар Аралбай ауылында ла күп.Дәүләтбирҙина Ғәлимә Рәхмәтулла ҡыҙының ырғаҡ менән төрлө төҫлө пряжанан бәйләгән ойоҡбаштарына ғына күҙ һалығыҙ, уларҙы егәрле һәм хәстәрлекле өләсәй ейәндәренә, туған-тыумасаларына бүләккә тип бәйләгән.Айһылыу Хантимер ҡыҙы Хәлитова ғаилә, йорт мәшәҡәттәре араһында күҙҙең яуын алырҙай матур мамыҡ шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, шарфтар бәйләй.Уңған еңгәләрҙең береһе Мифтахова Зифа Вәлит ҡыҙының ҡулында энә лә, ырғаҡ та уйнап ҡына тора. Ул да ултырғыс япмалары, бейәләйҙәр, шәл, ойоҡбаштар бәйләргә оҫта. Шәлдәрен һатыуға ла сығара, махсус рәүештә һорап бәйләтеп алған кешеләр ҙә бар.

Оҫта ҡуллы хужабикәләр
Оҫта ҡуллы хужабикәләр

Ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар Аралбай ауылында ла күп.
Дәүләтбирҙина Ғәлимә Рәхмәтулла ҡыҙының ырғаҡ менән төрлө төҫлө пряжанан бәйләгән ойоҡбаштарына ғына күҙ һалығыҙ, уларҙы егәрле һәм хәстәрлекле өләсәй ейәндәренә, туған-тыумасаларына бүләккә тип бәйләгән.
Айһылыу Хантимер ҡыҙы Хәлитова ғаилә, йорт мәшәҡәттәре араһында күҙҙең яуын алырҙай матур мамыҡ шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, шарфтар бәйләй.
Уңған еңгәләрҙең береһе Мифтахова Зифа Вәлит ҡыҙының ҡулында энә лә, ырғаҡ та уйнап ҡына тора. Ул да ултырғыс япмалары, бейәләйҙәр, шәл, ойоҡбаштар бәйләргә оҫта. Шәлдәрен һатыуға ла сығара, махсус рәүештә һорап бәйләтеп алған кешеләр ҙә бар.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: