

1 декабрҙән беҙҙең районда ла “Пушкин картаһы” эшләй башланы. Билдәле булыуынса, ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә һәм йәштәргә дәүләт иҫәбенә музейҙарға, концерттарға, спектаклдәргә йөрөргә мөмкинлек бирә. Ябай итеп әйткәндә, был карталағы 3 мең һум аҡсаны төрлө мәҙәни сараларға ингәндә түләү өсөн ҡулланырға була. Әйткәндәй, быйыл был картала 3 мең һум булһа, киләһе йылда ул 5 мең һум буласаҡ.
“Пушкин картаһы” тәғәйен кешегә һатыла – шуға ла уның аша дуҫың, атай-әсәйең, туғандарың һ.б. өсөн иҫәпләшеп булмай.
Әлеге көндә районда “Пушкин картаһы” менән Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, мәҙәниәт усаҡтарында үткән концерттарға, төрлө сараларға, оҫталыҡ дәрестәренә ингәндә түләргә мөмкин. Мәҫәлән, район мәҙәнәиәт һарайында уҙған “Халыҡ бейеүҙәре” оҫталыҡ класында ҡатнашырға була.
Нәҡ “Пушкин картаһы” буйынса иҫәпләшеп, Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән дә танышырға мөмкин.
http://kugkultura.ru/news/v_muzej_po_pushkinskoj_kart..