

Билдәһеҙ һалдаттар ерләнгән ҡәберҙәр Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары үткән һәр ауыл-ҡалала бар. Йыл һайын эҙләнеү эштәре барышында йөҙләгән яугир һөйәктәре табыла, күптәренең исемдәре асыҡланмай ҡала. Улар – Ватанды һаҡлаусылар, исемдәрен белмәһәк тә, уларҙы хәтерҙән сығармау, балаларыбыҙ күңелендә улар барлығына хөрмәт уятыу – беҙҙең изге бурыс.
Илебеҙ һәм унан ситтә барған хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм совет яугирҙарын иҫкә алыу, хәрби ҡаһарманлығын, үлемһеҙ батырлығын хәтерләү маҡсатында бөгөн Дан аллеяһындағы “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалынды.