

"Зиләне яҡындан белмәгәндәр уның тормошон, ниндәй ауырлыҡтар күреп йәшәүен күҙ алдына ла килтермәй. Яҙмыш һынауына бирешмәй, ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләп, ғаиләһен тарҡатмайса йәшәргә тырышыуы уның сабыр йөрәкле булыуы тураһында һөйләй. Уның донъяһын күргәндәр ҙә һоҡлана ҡатындың уңғанлығына. Яҙҙан алып көҙгә тиклем күҙ ҡамаштырып, гөл-сәскәләрҙең ниндәй генәләре үҫмәй ихатаһында! Тәҙрә төптәре лә бүлмә гөлдәре менән тулған. Тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, бөтә күңелен донъя эшенә һалып, йыуаныс тапҡан эшһөйәр ауылдаштарыбыҙ бынамын итеп баҡсаһын да үҫтерә, мал –тыуарын да аҫрай, ҡош-ҡорттан да өҙөлмәй. Өй эсендәге бөхтәлек тә, таҙалыҡ та, бағыулы аш-һыу ҙа өйҙәренә ҡот өҫтәй. Ябай ғына итеп ауылса сәй эскәндә лә өҫтәлдәре тулы һый-ниғмәт була уларҙың. Төрләндереп бәлештәр ҙә бешерә, майлы-балы ҡоймаҡтарын да ҡоя, күпереп торған ҡомалаҡ икмәген дә һала – бар яҡлап та килгән, бар яҡлап та уңған әсә күптәргә өлгө булырлыҡ. Кемгенә тупһаларына аяҡ баҫмаһын – һәр кемде асыҡ йөҙ, алсаҡ күңел менән ҡаршылай улар. Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллыҡ тигән күркәм сифаты уларға айырыуса хас", - тип яҙа уның тураһында Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы.
"Әлеге көндә Динараның аҡылы 4 йәшлек бала аҡылы кеүек. Уҡый белмәй. Алабуғала йәшәгәндә уҡырға биреп тә ҡараным, ләкин ундай балалар өсөн мәктәп булманы. Үҙем өйҙә лә өйрәтеп ҡараным, ҡабалтай ҙа, онота ла ҡуя. Төҫтәрҙе лә ҡайсаҡ бутай. Ә бына кемдәргә, ҡайҙа барғанды хәтерендә ҡалдыра. Урамда китеп барғанда балалар осраһа, ҡыуанып, матур итеп яратып китә. Алабуғала йөрөгән урындарын, дуҫ ҡыҙҙарымдың исемдәрен, уларҙың ғаилә ағзаларының исемдәрен хәтерләй. Беҙ ауылға күсеп ҡайтҡанда, уға 12 йәш ине.Ҡыҙым сәйлән теҙеп, муйынсаҡтар, беләҙектәр эшләргә ярата. Балаларға күҙ төймәһен тағып та беләҙектәр эшләп бүләк итә. Төрлө тырнаҡ лактары менән тырнаҡ буярға ла ихлас. Илаған баланы ла тиҙ генә тынысландыра. Ҡайһы бер кешеләр “был ҡыҙҙа ниндәйҙер көс бар” тиҙәр. Һеңлеһе Ландыштың ҡыҙы илағанда ла тиҙ генә тынысландыра һала", - ти оло йөрәкле әсә.