

Гүзәл менән Азат 2009 йылдың йәмле йәйендә таныша. Дуҫтарса ғына һөйләшеп йөрөгән ҡыҙ менән егет араһында тора-бара мөхәббәт усағы тоҡана. Ярты йылдан сәстәре-сәскә бәйләнеп, Мораҡ ауылын төйәк итеп, ғашиҡ йәрҙәр ғүмер ебен бергә-бергә үрә башлай. Ниһайәт, 2011 йылдың май айында тәүге мөхәббәт емештәре донъяға килә. Тик Шамилға 3 йәш тулғас, табиптар диагноз ҡуя: баш һөйәге-йөҙ дизостозы. Хафаланыуҙан, ҡоро көйәләнеүҙән һис файҙа булмағанын аңлаған ата-әсә улдарының сәләмәтлеген нығытыр өсөн бар көсөн, тырышлығын һала. Мораҡ-Өфө араһындағы саҡрымдарҙы, дауахана юлдарын күпме үтеүҙәрен, уларға күпме сабырлыҡ, ныҡлыҡ талап ителгәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...
Шамил хәҙер Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 4-се класында уҡый. Уның үҙ көсөнә ышанып, үҙен сәләмәт рухлы тойоп тырышып белем алыуында дөрөҫ йүнәлеш биреүсе ата-әсәнең өлөшө ҙур. Сәнғәт мәктәбендә халыҡ уйын ҡоралдары бүлегендә шөғөлләнгән Шамил республика кимәлендә уҙғарылған “Таланттар йондоҙлоғо”нда ике йыл рәттән хәҙер призлы урын яуланы. “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән һылыуы Әлиә өсөн ул ярҙамсыл, өлгөлө ағай, шәхси хужалыҡ тотҡан ата-әсәһенең һәр эштә уң ҡулы. Шамил әсәһе бешергән ваҡ бәлеш, бөйрөктө ярата, Әлиә менән икәүләп алтын ҡуллы әсәләренә эйәреп ҡамыр ашы әүәләргә лә маһир.
Бәхеткә күрә, Гүзәлдең икенсе яртыһы Азат Кинйәғәле улы – ғаиләнең ныҡлы терәге, балалары өсөн өлгөлө, эшһөйәр атай. Ул газ заправкаһында оператор булып эшләй. Ә эштән һуң балаларына иғтибар бүлергә лә, хужалыҡ эштәрен уфтанмай башҡарырға ла өлгөрә. Йорт-ҡураларҙың ҡып итеп тороуы, төҙөклөгө лә бында хәстәрлекле ғаилә башлығы йәшәгәнлеген белгертеп торғандай. Гүзәлдең ата-әсәһе лә татыу ғаиләнең һәр яҡлап ныҡлы терәк-таянысы булып тора.
Эйе, алда Гүзәл менән Азат Исҡужиндарға балаларын аяҡҡа баҫтырыр, улдарының сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн тағы ла күпме юлдар үтәһе бар! Күпме көс, сабырлыҡ талап ителә уларҙан! Изгелеккә ынтылышлы, алсаҡ, эшкә, йәшәүгә сәмле ата-әсәне Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ әле. Ғаилә һәм тормош күктәре генә гел салт аяҙ торһон, сәләмәтлек юлдаш булһын үҙҙәренә!