Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2021, 04:47

Йәмәғәт тыңлауҙары үтте

 Шишәмбе район мәҙәниәт һарайында 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона район бюджеты проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарылды. 

Йәмәғәт тыңлауҙары үттеЙәмәғәт тыңлауҙары үтте
Йәмәғәт тыңлауҙары үтте

Проект район хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылды, һәр кем уның менән таныша алды һәм үҙ тәҡдимдәрен индерергә лә ваҡыт булды.

 Кәңәшмәне район Советы рәйесе урынбаҫары, бюджет, һалымдар һәм мөлкәт мәсьәләләре буйынса даими комиссия рәйесе Олег Назаров алып барҙы.

Йыйылыусылар алдында район хакимиәтенең Финанстар, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса идаралығының финанс бүлеге начальнигы Гүзәл Ефкеева сығыш яһаны һәм киләһе, 2023, 2024 йылдарҙың план осорона күҙалланған килемдәр, сығымдар тураһында һөйләне. Финанс тәьмин ителеш һалым һәм һалым булмаған керемдәр (поступление), федераль һәм республика бюджетынан дотациялар һәм башҡа сығанаҡтарҙан башҡарыла.  Ҡайһы йүнәлешкә күпме аҡса йүнәлтеләсәге тураһында ентекле һөйләнелде, улар һәр йылдағыса өҫтөнлөклө дөйөм дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүгә – мәғариф, мәҙәниәт, ауыл, юл һәм торлаҡ-коммуналь хужлы һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Киләһе йыл ҡабул ителәсәк бюджеттың яңылығы – ауыл биләмәләренә һалым көсөргәнешен кәметеү, шулай уҡ төбәк проекттары һәм саралары өсөн ҡаралған финанс тәьмин ителеш өсөн дотацияларҙы арттырыу.   

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас