Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабря 2021, 06:30

Уның хаҡта китап яҙырлыҡ

 Ҡасандыр иҫебеҙ китеп ҡараған “Ҡорос нисек сыныҡты” кинофильмын яҡшы хәтерләйһегеҙҙер...  Яңы Хвалын утарында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро балаһы - Ғайсин Сулпан Миңлеғата улының тормош юлын китап итеп яҙһаң, йәиһә уның хаҡта фильм төшөрһәң, тап шулай тип атау килешер, бары тик сюжет һыҙығы икенсерәк булыр ине...  Яҙмабыҙ геройы алты йәштән ауыр эшкә егелә, әсәй-атайлы булып та йәтимлек тойғоһон кисерә... Яҙмыш менән ҡыйырһытылһа ла, һынмай-бөгөлмәй, гел яҡшылыҡҡа ынтылып, йәшәү мәғәнәһен намыҫлы хеҙмәттә табып, ҡоростай рухлы ир аҫылына әүерелә һәм барыбер ҙә тормошта үҙ урынын, үҙ бәхетен таба.

Уның хаҡта китап яҙырлыҡУның хаҡта китап яҙырлыҡ
Уның хаҡта китап яҙырлыҡ

 Район картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Өсөнсө Төпсән ауылында тыуған ул. Колхозлашыу осоронда булдыҡлы атаһы үҙ көсө менән Мораҡ ауылында йорт һала, күпләп мал тота. Колхоз мәнфәғәте өсөн тырышҡас, репрессия елдәренең урап үтеренә ныҡ ышана. Әммә малҡайҙарын колхоз милкенә бирергә теләмәгәне өсөн уны Төркмәнстанға тотҡонлоҡҡа ебәрәләр. “Атайым артынан барып бер аҙ унда йәшәнек. Тик ил сигендә хәлдәр көсөргәнешле тип, беҙгә тыуған ергә ҡайтырға ҡуштылар. Кире Мораҡҡа ҡайтыуыбыҙға атайым ҡорған матур өйгә милиция, исполкомдыҡылар хужа булып алғайны. Өйҙән ҡолаҡ ҡаҡҡас, Өмөтбай ауылына йәшәргә күстек. Һуғыш йылдарын оноторлоҡ түгел. Хәмзә ағайыма 16 ла тулмағайны, фронтҡа китте. Астан үлмәҫ өсөн серек бәрәңге, ҡуян тубығы, сәүкә йомортҡаһын бешереп ашаған иҫтә. Ситән өй һалып ингән булдыҡ, ҡышҡыһын һыуыҡтар үҙәккә үтте, әлбиттә. “Дошман” мөһөрө һуғылған атайыма яуҙа алғы һыҙыҡта булырға тура килә. Эргәһендә мина шартлап, бер аяғы өҙөлгәс, уны тыуған еренә оҙатып ҡуялар. Үҙ исемен намыҫлы көрәштә аҡлап ҡайтҡан яугирға Мораҡ ауылынан урын бирелә. Бер аяҡта (!) атайым йәнә өй һалып, 1947-лә ғаиләһен күсереп ала. Тик арҡалы булыу бәхете өс йылға ғына һуҙылды, ҡәҙерлебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте”, - тип хәтер йомғағын һүтте ветеран.

 Атаһы үлгәс, үҫмерҙе яңы һынауҙар көтә. Мораҡта 5-се класты тамамлаған, уҡырға әүәҫ Сулпандан әсәһе баш тарта. “Бөтәгеҙҙе аҫрарға көс етмәй, ә һин әрһеҙ, юғалмаҫһың”, - ти ул. Ысынлап та, 5-6 йәшендә йөкләп утын ярып Мораҡҡа оҙатҡан беләге ныҡ үҫмер юғалмай, һал ағыҙыу эшенә сыға. Артабан фронтовик еҙнәһенә эйәреп Ҡаҙағстанға шахта эшенә китә, “взрывник” һөнәрен үҙләштерә. Әрмегә лә шунан алынып, дүрт йыл изге бурысын үтәп ҡайтҡас, шахтала тағы ун йыл эшләй. Бәхетен дә шул хеҙмәт юлында таба ул. Үҙе кеүек үк шахтала эшләгән яҡташы, Юлдыбай һылыуы – Наилә Ғибәҙулла ҡыҙы менән ҡауышып, 1963 йылда матур пар районға ҡайта. Әммә ғаилә башлығы атаһын йәберләгәндәрен онота алмай, ауылға берекмәйенсә Түбәнге Камаға эшкә сығып китә. Төҙөлөш эшендә үҙен алмаштырғыһыҙ оҫта итеп танытып, яңы фатир алыуға ла ирешә. Һөйөклөһө менән өс балаға лайыҡлы тәрбиә бирә. Ҡазан ҡалаһын төйәк иткән улдары Фәнүз сәнғәт мәктәбен етәкләй. Медицина юлынан киткән ҡыҙҙары Зилә беҙҙең район үҙәк дауаханаһында эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан 22 йәшендә генә китә. Иң кесеһе – Римма ата-әсәһенең бәхетле ғүмере үткән Түбәнге Камала йәшәй.

 Йәндәре тыуған ергә тартылып, Ғайсиндар 2002 йылда Яңы Хвалын утарына ҡайтып төпләнә. Тик Наилә Ғибәҙулла ҡыҙы өс йылдан гүр эйәһе булып, 40 йыл бергә татыу ғүмер иткән ҡәҙерлеһен ҡайғыға һала...

 Шуныһы ҡыуаныслы - бөгөн ул яңғыҙы түгел. Оло йөрәкле Зөләйха Вәхит ҡыҙы - уның уң ҡулы, терәк-таянысы. Был иһә Хоҙай ҡөҙрәте, яҙмыш бүләге! Күпте күргән күпте кисергән Сулпан Миңлеғата улы ҡоростай рухы, әүҙемлеге, тормошҡа һөйөүе менән тирә-яҡҡа өлгө булып, ауылдаштарының ихтирамына, Зөләйха апайҙың хәстәрлекле наҙына төрөнөп йәшәй! Был бәхеткә Ул лайыҡлы!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас