

Йор, тапҡыр һүҙле халҡыбыҙҙың “Эшләгән - тешләгән”, “Эшләгән – тапҡан, ауыҙына ҡапҡан”, “Аяғың тупылдамаһа, ауыҙы шапылдамай” тигән мәҡәлдәрен йыш ишетәбеҙ. Бер яҡтан улар егәрле, тырыш кешеләрҙең табыны мул булыуға ишара яһаһа, икенсе яҡтан донъя көткәндә күктән төшкәнен көтөп кенә ятмаҫҡа, иң тәү сиратта һәр эштә үҙеңә тырышырға кәрәк икәнлеген иҫкәртә.
Әлеге мәлдә ауылдарҙа иң күңелле осор – тырышып-тырмашып донъя көткән, мал аҫраған егәрле хужалар һуғым һуя. Туғандарҙы, күрше-күләндәрҙе берләштергән байрам булып тора ул – һуғым өмәләре.
Күмәкләшеп эсәк йыуыу үҙе генә ни тора! Боҙ менән ҡапланған йылға буйы шау-гөр килә, эш һәр кемгә етәрлек: кемдер ҡар, боҙ өҫтөнә һалып эсәк тапай, кемдер йылғаның асыҡ ерендә йәки мәкелә сайҡатып йыуып тора - бер кем дә эшһеҙ үрә ҡатып тормай.
Кисен һуғымда ҡатнашҡандарҙың барыһы ла һуғым ашына йыйыла. Быныһы инде үҙенә күрә бер байрам!