

- Элек киноға күп йөрөнөк бит инде. Киномеханик Зифа апай үҙе билет һатҡас, беҙҙе, малайҙарҙы кино күрһәтергә ҡуша торғайны. Шулай йөрөп эҫенеп кителде. Армияға киткәнсе мин уҡып һөнәр алғайным. Ҡулда танытма ла бар. Ике йыл киномеханик булдым әрмелә. Совет фильмдары яңы-яңы күрһәтелә башлаған ваҡыт. Актерҙарҙың йәш, матур сағы. Киноларҙа яманлыҡты яҡшылыҡ һәр ваҡыт еңер ине. Патриотик фильмдар тәьҫире көслө, кино геройына оҡшарға тырышып үҫкәндер ул быуын.
Һинд фильмдарын әйтеп тә тормайым. Торғаны бер әкиәт булһа ла, уны ҡарап иламаған-һыҡтамаған, Митхун Чакрабортиға ғашиҡ булмаған ҡатын-ҡыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Оло-оло инәйҙәр ҙә йөрөнө, клубта баҫырлыҡ та урын булмай торғайны,– тип ихлас йылмая.