Мораҙым
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабря 2021, 04:37

Ере барҙың еме бар

Халыҡ мәҡәл -әйтемдәренә күҙ һалһаң, хайран ҡалаһың: ни тиклем лә хаҡ, ни тиклем дә тоғро әйтелгән улар! Ере барҙың - еме бар. Ысынлап та, ер- башҡорттоң төп байлығы.   

Ере барҙың еме барЕре барҙың еме бар
Ере барҙың еме бар

Аҙнағол ауылында йәшәгән Айгөл менән Фәрғәт Иҙелбаевтарҙы ғына алайыҡ. Ысын мәғәнәһендә тыуған ергә ерегеп, ер ҡәҙерен белеп йәшәгән күркәм башҡорт ғаиләһе улар. Ҡала ҡаласына ымһынып, еңеллек эҙләп, ауылда эш юҡлыҡты һылтау итеп, ташлап китергә ашыҡмаған Иҙелбаевтар. 

Ауылда йәшәгәндәрҙең кемеһен генә алһаң да, ишле итеп мал аҫрай, күпләп ҡош-ҡорт тота, мул итеп баҡса үҫтерә. Тир түгеп, хәләл көсөң менән тапҡан ризыҡ та бәрәкәтле була шул. 

Йорт хужаһы Фәрғәт ағай ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү өсөн бар көсөн һала. Йүнсел уҙаман мал аҙығы әҙерләү өсөн трактор ҙа һатып алған, ағас эшкәртеү өсөн пилорамдары ла бар. Ауылдаштарының да тормошон еңелләштерә Иҙелбаевтарҙың йүнселлеге: баҡсаларын да һөрә, кәрәк икән таҡта ла үткәртеп бирә. 

Айгөл апай менән Фәрғәт ағай өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән. Айнурҙары алыҫ Себер яҡтарында эшләй, Илмирҙары Ватан алдында изге бурысын үтәй - әрме сафында хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Азалия әлегә мәктәп уҡыусыһы. 

Ауылдаштары араһында өлгөлө ғаилә булараҡ абруй ҡаҙанған Иҙелбаевтар ысын мәғәнәһендә ауыл тотҡаһы ул. 

Фотолар ғаилә архивынан алынды. 

 

#Аҙнағол #Айыҡауыл #Трезвоесело #Айыҡауыл2021 #Трезвоесело2021 #Кугарчинскийрайон #Азнагулово

Ере барҙың еме бар
Ере барҙың еме бар
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас