Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2021, 16:50

Ел, томан һәм боҙлауыҡ

Алдағы көндә һауа торошо нисек була?

Ел, томан һәм боҙлауыҡ
Ел, томан һәм боҙлауыҡ

30 ноябрҙә көндөң болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар, ямғыр яуа. Айырым райондарҙа томан төшә, юлдарҙа — боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә 0,-5, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ +3,-2 градус була. Автомобиль юлдарында томан, боҙлауыҡ, 500 терҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә лә көн болотло була. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ епшек ҡар, ямғыр яуа. Төндә урыны менән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән 17 метрға етеүе ихтимал.

Температура төндә -1,-3, көндөҙ иһә +1,+3 градус була. Автомобиль юлдарында томан, боҙлауыҡ, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Автор:
Читайте нас: