Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2021, 15:08

"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Зәйнәғәбдинова Мөслимә Мөслим ҡыҙы.

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Зәйнәғәбдинова Мөслимә Мөслим ҡыҙы. Әбйәлил районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күгәрсен районының Ялсы ауылында атайыбыҙ Гәрәй менән тиң ғүмер итәләр. Әсәйебеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, оло йөрәкле кеше. Ауылға ҡайтҡан һайын беҙҙе йылы йөҙө, тәмле аштары менән ҡаршы алып тора. Әсәйебеҙ гөлдәр үҫтерергә, бәйләргә ярата. Ҡорған доньялары сәскәгә күмелгән. Шулай уҡ әсәйебеҙ йыр-моңға ғашиҡ кеше. Әсәйебеҙҙе матур байрам - Әсәләр көнө менән бар йөрәктән ҡотлайбыҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Иртәләре ҡояшлы, килер көндәре көләс, кистәре айлы, күңеле тыныс булыуын теләйбеҙ. Әсәйебеҙгә үҙебеҙҙең ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙе наҙлап үҫтергәне, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тормошобоҙҙа үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам иткәне, аңлы һәм рухлы булырға әйҙәгәне, йәшәү ҡото биргәне өсөн әсәйебеҙ алдында баш эйәбеҙ.Ҡыҙҙары Зәлиә һәм Рузилә. Өфө ҡалаһы.

"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы -  Зәйнәғәбдинова Мөслимә Мөслим ҡыҙы.
"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Зәйнәғәбдинова Мөслимә Мөслим ҡыҙы.

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Зәйнәғәбдинова Мөслимә Мөслим ҡыҙы. Әбйәлил районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күгәрсен районының Ялсы ауылында атайыбыҙ Гәрәй менән тиң ғүмер итәләр. Әсәйебеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, оло йөрәкле кеше. Ауылға ҡайтҡан һайын беҙҙе йылы йөҙө, тәмле аштары менән ҡаршы алып тора. Әсәйебеҙ гөлдәр үҫтерергә, бәйләргә ярата. Ҡорған доньялары сәскәгә күмелгән. Шулай уҡ әсәйебеҙ йыр-моңға ғашиҡ кеше.
Әсәйебеҙҙе матур байрам - Әсәләр көнө менән бар йөрәктән ҡотлайбыҙ.
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Иртәләре ҡояшлы, килер көндәре көләс, кистәре айлы, күңеле тыныс булыуын теләйбеҙ.
Әсәйебеҙгә үҙебеҙҙең ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙе наҙлап үҫтергәне, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тормошобоҙҙа үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам иткәне, аңлы һәм рухлы булырға әйҙәгәне, йәшәү ҡото биргәне өсөн әсәйебеҙ алдында баш эйәбеҙ.
Ҡыҙҙары Зәлиә һәм Рузилә.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: