Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2021, 14:57

"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Ғайсина Флүрә Фарсый ҡыҙы

Әсәй.. Ошо бәләкәй генә һүҙҙә бөтә матурлыҡ, изгелек һыйған. Әсәйҙәр булғанға ғына донъя яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек. Һәм дә ошо байрам уңайынан миндә уҙ әсәйемде ҡотлап киткем килә. Минең ҡәҙерле әсәйем Ғайсина Флүрә Фарсый ҡыҙы иҫ киткес йәмле Вәлит ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Хоҙайбирҙин ауылында йәшәй, атайым менән алты балаға ғүмер бүләк иткәндәр. "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Балалары өсөн янып-көйгән әсәйебеҙ беҙҙе гел алға, яңы үрҙәргә әйҙәй. Һәр саҡ тәмлекәстәр бешереп көтөп ала, әсәйемдең икмәге тел йоторлоҡ була, уға ҡарап мин дә икмәк һалырға өйрәндем. Әсәйебеҙ алтыбыҙға ла берҙәй яғымлы, һәр саҡ иғтибарлы. Хәҙер инде уның алты ейәнсәрҙәре бар. Ул - бик хәстәрлекле, яғымлы өләсәй, уларға әкиәттәр һөйләй.Әсәйем беҙҙең өсөн иң тоғро юлдашыбыҙ, кәңәшсебеҙ. Дөрөҫ юл күрһәтә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һәр саҡ ярҙамсыл булырға өйрәтә.Әсәй һиңә ҙур рәхмәт, һин беҙҙең өсөн терәк тә, таяныс та. Әсәйҙәр байрамы менән❤

"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Ғайсина Флүрә Фарсый ҡыҙы
"Әсәйемә бүләккә" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Ғайсина Флүрә Фарсый ҡыҙы

Әсәй.. Ошо бәләкәй генә һүҙҙә бөтә матурлыҡ, изгелек һыйған. Әсәйҙәр булғанға ғына донъя яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек.
Һәм дә ошо байрам уңайынан миндә уҙ әсәйемде ҡотлап киткем килә.
Минең ҡәҙерле әсәйем Ғайсина Флүрә Фарсый ҡыҙы иҫ киткес йәмле Вәлит ауылында тыуып үҫкән.
Әлеге көндә Хоҙайбирҙин ауылында йәшәй, атайым менән алты балаға ғүмер бүләк иткәндәр. "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды.

Балалары өсөн янып-көйгән әсәйебеҙ беҙҙе гел алға, яңы үрҙәргә әйҙәй. Һәр саҡ тәмлекәстәр бешереп көтөп ала, әсәйемдең икмәге тел йоторлоҡ була, уға ҡарап мин дә икмәк һалырға өйрәндем. Әсәйебеҙ алтыбыҙға ла берҙәй яғымлы, һәр саҡ иғтибарлы. Хәҙер инде уның алты ейәнсәрҙәре бар. Ул - бик хәстәрлекле, яғымлы өләсәй, уларға әкиәттәр һөйләй.
Әсәйем беҙҙең өсөн иң тоғро юлдашыбыҙ, кәңәшсебеҙ. Дөрөҫ юл күрһәтә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һәр саҡ ярҙамсыл булырға өйрәтә.
Әсәй һиңә ҙур рәхмәт, һин беҙҙең өсөн терәк тә, таяныс та. Әсәйҙәр байрамы менән❤

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: