Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь , 11:53

Ауылдарҙа һуғым мәле

Тышта һыуытты. Мал һуйыр өсөн бик уңайлы мәл. Аралбай ауылында йәшәүсе Лилиә менән Рәил Иҫәнбаевтар ғаиләһе был мөмкинселектән файҙаланып, һуғымға бик матур йылҡы малы һуйған.Яңы һуйылған йылҡы итенән уңған хужабикәләр тәү сиратта ҡаҙы тултырған.Ҡаҙы - ул башҡорт халҡының милли ризығы, урын еренә еткереп эшләнһә, бик тәмле килеп сыға һәм оҙаҡ һаҡлана.Иҫәнбаевтар ғаиләһенә һуйған иттәрен бала-сағалары менән иҫан-һау ашарға яҙһын, тип теләйбеҙ!   #Айыҡауыл2021#Трезвоесело2021#Аралбайауылы#Аралбаево#Кугарчинскийрайон#РеспубликаБашкортостан#Һуғым#Ҡаҙытултырыу

Ауылдарҙа һуғым мәле

Тышта һыуытты. Мал һуйыр өсөн бик уңайлы мәл. Аралбай ауылында йәшәүсе Лилиә менән Рәил Иҫәнбаевтар ғаиләһе был мөмкинселектән файҙаланып, һуғымға бик матур йылҡы малы һуйған.
Яңы һуйылған йылҡы итенән уңған хужабикәләр тәү сиратта ҡаҙы тултырған.Ҡаҙы - ул башҡорт халҡының милли ризығы, урын еренә еткереп эшләнһә, бик тәмле килеп сыға һәм оҙаҡ һаҡлана.
Иҫәнбаевтар ғаиләһенә һуйған иттәрен бала-сағалары менән иҫан-һау ашарға яҙһын, тип теләйбеҙ!

 

#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#Аралбайауылы
#Аралбаево
#Кугарчинскийрайон
#РеспубликаБашкортостан
#Һуғым
#Ҡаҙытултырыу

Автор:Розалия Искужина