

Тынғыһыҙ хеҙмәт, ҙур ауырлыҡтар менән сынығып үҫкән һуғыш балалары улар. Түләбай ауылында (Иртөбәк ауыл советы) ишле ғаиләлә тыуған Маһира бәләкәстән баҫыу-ҡыр эшенә егелә. Үҫмер генә сағында Свердловск яғында торф сығарыу, шахта кеүек ауыр эштте үҙ елкәһендә татый. Түләбайға ҡайтҡас, биш-алты йыл “Сеятель” колхозында келәт мөдире булып эшләй.
1962 йылда хәҙер инде район картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Наҙарғол ауылынан булған Сынтимер Мөхәмәтша улы менән сәсен-сәскә бәйләй. Тормош иптәше 9 йәшкә кесерәк булыуға ҡарамаҫтан, һис йәш айырмаһын тоймайынса, бынамын тигән йәшәп китә улар. Йәш килен һатыусы, аҙаҡ һауынсы һөнәрен намыҫ менән башҡара. Ишле ғаиләлә тыуып, күпте күреп күпте кисереп үҫкән Сынтимер ҙә булдыҡлы, таһыл заттан булып сыға.
Егеттең тыуып үҫкән ауылы бөтөрөлгәс, 1977 йылда йәш ғаилә Семен-Петровский ауылына күсеп, ғүмерлеккә шунда төпләнә. Маһира Хәйернас ҡыҙы төрлө колхоз эшендә әүҙем йөрөп, аҙаҡ тиҫтә йыл конторала йыйыштырыусы булып эшләп, ә Сынтимер Мөхәмәтша улы егерме йылдан артыҡ ғүмерен бында малсылыҡ өлкәһенә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәт юлында балаларына ла матур тәрбиә бирер, уларҙы һөнәрле итер өсөн ҙур тырышлыҡ һала хәстәрлекле ата-әсә.
Ни сәсһәң, шуны урырһың... Биш балаһы өсөн йән атып, ғәзиздәре өсөн сабырлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып йәшәүсе Ишкининдар әлеге мәлдә ҡәҙерлеләренең, өҫтәүенә ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрлеген, тәрән ихтирамын тойоп ғүмер итә.Улдары Әнүр үҙҙәре эргәһендә, Миңзира менән Наиләһе ситтә, Миләүшә менән Раушания ҡыҙҙары икеһе лә Йомағужа ауылын төйәк иткән. Бер ҡарындан туғандар һәр байрамда, иҫтәлекле көндәрҙә талпынып килеп, йыйылышып, ата-әсәһенә оло хөрмәт күрһәтә.
Кешелеккә, тормошҡа булған һөйөүе, йәшәү дәрте яҡты йөҙҙәрендә сағылыш тапҡан Маһира инәй һәм Сынтимер Мөхәмәтша улы менән киләсәктә тағы ла күрешергә һүҙ ҡуйышып һаубуллаштыҡ. Оҙатҡанда әйткән аҡ теләктәре, йылы һүҙҙәре күңелдәргә май булып яғылды, һыуыҡ көҙҙәрҙе көләс йәйгә әйләндерҙе...