Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь , 12:10

Милләт ҡото - йолаларҙа

Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған йүнсел хужаларҙың береһе Сәлих ауылында йәшәгән Рәмзиә апай менән Урал ағай Ғәлимовтар быйыл илленән ашыу ҡаҙ аҫрап, милли йолаларыбыҙҙы тотоп, гөрләтеп өмәләр үткәреп ебәрҙе. Был хәтлем ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереү өсөн көстәре лә аҙ китмәгәндер инде Ғәлимовтарҙың. Береһен дә юғалтмай, матур итеп бағып алған ҡош-ҡорттары ризыҡҡа яҙһын. Уңған хужабикәнең аш-серҙәре менән сайтта таныша алаһығыҙ. Тулы мәҡәлә район гәзитенең киләһе һандарының береһендә донъя күрер.

Милләт ҡото - йолаларҙа

- Ҡаҙ өмәһен үткәрҙек ауылдаштар менән. Бығаса 60-70 баш ҡаҙ-өйрәк көтә торғайныҡ, быйыл әҙерәк кәмерәк алып, 51 ҡаҙ һуйып алдыҡ. Гармун тартып, йырлап-бейеп, боронғоса көйәнтәләп һыу юлына төшөп,барып ҡаҙ түшкәләрен сайҡатып, уйнап-көлөп йөрөүҙәре үҙе бер ғүмер!  “Ҡаҙ ҡанаты” өмә йырына ла әйләнеп бөттө бит инде.

 Кисеһене күмәкләп өмә ашына йыйылдыҡ. Беҙҙең яҡта бер ҡаҙ түшкәһе самалап өс –дүрт кешегә бүленә. Өлөшләп башын да, тәпейҙәрен дә, бауыр, бөрләтәү кеүек эс –ҡомон да һалдыҡ. Эсәктәрен таҙалап, тәпейҙәренә урап, йүрмә лә эшләнек. Сәйгә бауырһаҡтар, сәк-сәктәр, бәлештәр, ҡоймаҡтар, урамалар, ҡош телен бешерҙек. Самауыр сәйҙәре ҡайнатып, табында л  йырлашып-гөрләшеп ултырҙыҡ.

Ҡаҙ түшкәләрен ҡаҡлап та алабыҙ. Тоҙға һалып, итенә тәме һеңгәнсе тотабыҙ ҙа, ҡояш төшмәгән, еләҫ ергә элеп ҡуйып ҡаҡлайбыҙ. Майы иреп ағып бөтә, тоҙға бешеп, ите тәмле була. Элек һыуытҡыс-туңдырғыстар булмағанда шулай эшләгәндәр бит инде, беҙгә хәҙер ул деликатес. Шулай ҙа боронғолоҡто онотмай, милли ризыҡтарыбыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ, - тиҙәр улар.

Ғаилә байрамдарына Рәмзиә апай алма, өрөк менән тултырылған ҡаҙ, картуф менән эс-бауырынан тәмле бәлеш, ҡаҙ майында ғына йөҙҙөрөп бауырһаҡтар бешерә:

- Ҡаҙ итенең тәмен тәмләткестәр менән артыҡ боҙмайбыҙ, алма, ҡара емеш, өрөк менән тултырып, әҙер булғансы мейестә бешерәбеҙ. Картуф менән ҡаҙ ите бәлешен дә яраталар өйҙәгеләр, эсәк уралған ҡаҙ тәпейен дә ҡушып ебәрәм. Ҡаҙ майына баҫһаң ҡамырҙы, тәмле була, кетерләп кенә тора.

Тәпейҙәрҙән, башынан һерелдәк (холодец) та эшләргә була. Самалап тоҙ, борос, лавр япрағы кеүек тәмләткестәр һалып, талғын ғына утта ите һөйәгенән айырылғансы бешереп алғас, һөҙөп, итен айырып тураҡлап йә ит турағыстан үткәреп ҡушабыҙ. Кишер-һуған да өҫтәп ебәрергә була. Кем нисек теләй. Шунан йәтеш-йәтеш һауыттарға ҡойоп, һыуыҡҡа сығарабыҙ.

Ҡаҙҙың эс майын да матурлап иретеп алам. Уның шәп дауа икәнен барыһы ла яҡшы белә, бешеренеүгә лә һәйбәт.

Ҡаҙ өмәләре инде тамамлана ауылда, тиҙҙән оло мал һуйыуҙар башланыр. Һуғым өмәләре лә ошолай гөрләп үтә беҙҙә. Эс йыуырға һыу буйына төшәбеҙ, тоҙға һалып ҡуйып, икенсе көнөнә  бүрттереп, таҙалап алабыҙ. Эс-ҡарындан бәлеш-бөйөрөктәр ҙә тәмле була, - тип Рәмзиә апай ябай ғына, әммә телде йоторлоҡ аш-һыу серҙәре менән бүлешә. Алтын ҡуллы хужабикәләр  ябай ғына ауыл ризығынан да байрам табынын тәмләр, йәмләр  һый-ниғмәт әҙерләй шул.

Милләт ҡото - йолаларҙа
Автор:Айгөл Айытҡолова