Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь , 12:37

22 градусҡаса һыуыта

Республикала һауа температураһының үҙгәреүе көтөлә.

22 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар фаразынса, дүшәмбе, 22 ноябрҙә, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Урыны менән боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға һырый, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көнбайыштан талғын, иртән урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +2,-3 градус була.

Шишәмбе, 23 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда -15, көндөҙ иһә -3,-8 градус.

Шаршамбы, 24 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13,-18, аяҙытҡанда -22, көндөҙ -8,-13 градус була.

Автор: