

Төш... Донъяның тулыһынса асылып етмәгән бер сере ул – төш күреү. Төштә беҙ ғүмерҙә лә күрмәгән ерҙәргә сәйәхәт ҡылабыҙ, вафат булған яҡындарыбыҙ менән осрашабыҙ, өндә аңлап, төшөнөп етмәгән һорауҙарға яуап табабыҙ...
4-5 йәштә төшөмдә бүре балаһы күреп ҡурҡып, шул ҡурҡыуым оҙон-оҙаҡ йылдарға һуҙылды. Нишләп шул тиклем ҡурҡҡанмындыр – үҙем дә аңлата алмайым. Хәҙер инде ағайымдың төштәренән ҡурҡам. Сөнки ул урыҫтар әйтмешләй күп ваҡыт “вещий сон” күрә, күргәндәре тормошҡа аша ла ҡуя. Шуға ла ул шылтыратып: “Бөгөн шундай төш күрҙем әле”, - тип һөйләй башлаһа, шунда уҡ туҡтата һалам.
Атайымдың ҡустыһы ғүмер буйы Себерҙә йәшәне. Бик аҡыллы, олпат был ағайыбыҙҙы бик яраттыҡ, уның ҡайтыуын һағынып көтөп ала торғайныҡ. Бер көндө төшөн һөйләргә яратҡан ағайым шылтырата:
- Атай менән Мөхәмәт ағайҙы төштә күрҙем. Икеһе лә ҡап-ҡара костюм, ап-аҡ күлдәк кейгән. Нимәгәлер бик шатланғандар. Беҙҙе лә күрмәй, ҡайҙалыр китеп баралар.
Атайым ул ваҡытта алтмышҡа ла етмәй вафат булғайны инде. Ә бына ҡустыһы һин дә мин йөрөп ята. Был төш тураһында ишеткәндән һуң йөрәк жыу итеп ҡуйһа ла, күңелгә ул-был хафа керетмәҫкә тырыштым. “Атайҙың йәне ҡустыһын һағыналыр”, - тип үҙемсә юрап ҡуйҙым.
Тик ағайымдың был төшө иҫкәртеүсе төш булған икән шул – Мөхәммәт ағайыбыҙ барыбыҙҙы ла ауыр ҡайғыға һалып, шул йылды көтмәгәндә генә вафат булды.
Ағайымдың йәнә бер төшө иҫкә ныҡ уйылған:
- Төшөмдә ауылға ҡайтһам, әсәй төйөнсөктәрен төйнәп, ҡайҙалыр китергә йыйынған. Төйөнсөктәрен ҡулынан алһам да, һаман китергә маташа. Ныҡ итеп асыуланып, “Бер ҡайҙа ла китмәйһең!” ҡысҡырып әрләп ташланым.
Барыбер бер ҡайҙа ла ебәрмәнем.
Йөрәк, әлбиттә, йәнә жыу итеп ҡалды. “Йә, Хоҙай, был төшө хәйерлегә генә булһын инде”, - тип үҙемсә доғалар уҡыным был юлы.
Бер-ике ай ваҡыт үткәс, әсәйем йөрәгенә операция яһатып, үлемдән саҡ ҡалды. Хәҙер инде уйлайым: әл дә генә ағайым төшөндә әсәйемде өйҙән сығармай алып ҡалған, Аллаға шөкөр! Үҙең күптән әсәй булһаң да, бер ҙә әсәйҙән ҡалғы килмәй шул! Хоҙайым ҡәҙерлемә оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен инде...
Ағайым иң яратҡан инәйебеҙҙең – атайымдың уртансы апаһының үлемен дә ике-өс көн алдан белде: төшөндә инәйем йыйынып ҡайҙалыр китергә йыйынған һәм ағайыма апайыңды ташламағыҙ илла, тип иҫкәрткән. Уның васыятын тотабыҙ: ике туған апайыбыҙ менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәйбеҙ.
Ағайымдың теге йәки был ваҡиғаны алдан иҫкәртеүсе төштәренең был бер-нисә миҫалы ғына. Ғәмәлдә улар иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Алдан хафаланмаҫ өсөн уға һуңғы йылдарҙа тик шатлыҡ-ҡыуаныслы төштәреңде генә һөйлә тип әйтеп ҡуйҙым...