Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноября 2021, 07:30

Моңдан яралған булмыш

Беҙгә яҙалар Моңдан яралған булмыш Күптән яҙырға йыйынһам да, бар булмышын асып һалырға һүҙ байлығым етмәҫ тип, оҙаҡ ҡына ҡулыма ҡәләм алырға баҙнатсылығым етмәйерәк торҙо. Исеме лә, есеме лә тотош моңдан, матурлыҡтан яралған Фирүзә апайым тураһында булыр был мәҡәләм. Уны район халҡы ла, Мәҡсүт тамашасыһы ла яҡшы белә: концерттарҙа, конкурстарҙа, кисәләрҙә ҡатнашып, үҙенең моңло тауышы менән бик күптәрҙе әсир иткәндер ул. Тау-урмандар ҡосағына, сылтырап аҡҡан саф шишмәләр ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған Беренсе Дәүләтҡол – Етеболаҡ ауылында Гөлсирә менән Хөрмәт Буранғоловтарҙың ишле ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һала ул. Фирүзә тип йырлап торған исем дә атайҙар үҙенә. Баш бала булараҡ, үҙенән һуң тыуған ике ҡустыһы, өс һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булыу, өй эсендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе башҡарыу ҙа уның иңенә төшә. Сөнки атай-әсәй көнө буйы совхоз эшендә. Ошондай ығы-зығылы тормошта ла булһа булыр икән моңло зат! Был тиклем дә моң ҡайҙан килә икән уға тип аптырай торғайным. Моғайын да, тотош нәҫелгә тәбиғәттән бирелгән һәләттер ул.

Моңдан яралған булмышМоңдан яралған булмыш
Моңдан яралған булмыш

Фирүзә апайҙың атаһы ла, әсәһе лә мәжлестәрҙә матур итеп йырлай торғайнылар. Гөлсирә апай хатта йәштәргә лә үҙе белгән матур йырҙарҙы өйрәтте.

 Етеболаҡ ауылын уратып алған Ярыҡтауы, Маяҡлы тауы, Йылан төшкән һәм Шәкирйән олатай шишмәләре, Бүләк башы, Биләм башы, Төпкөл туғайы һәм башҡа хозур тәбиғәт ҡосағы  кеше күңеленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ моң һалалыр, моғайын да. Ауыл бәләкәй булһа ла, заманында гөрләп торҙо. Октябрь совхозының ҡымыҙ эшләү цехы ла ауыл эргәһендә булды. Етеболаҡ ялан-туғайҙарының һутлы үләнен утлаған йылҡыларҙың  ҡымыҙы ла иң шифалыларҙан һаналды.

 Күгәрсен урта мәктәбен тамамлағандан һуң Фирүзә апайҙы Басира апаһы Ташкентҡа эшкә алып китә. Трамвай йөрөтөүселәр курсында уҡып, Ташкент урамдары буйлап трамвайҙа елдерә. Тик тыуған яҡ һағындыра, юҡһындырып төштәренә керә, үҙенә тарта. Фирүзә апай ҙа ҡайтырға ҡарар итә. Был ваҡытта ғаиләләре атаһының  тыуған ауылы Сирбайға күсеп ҡайтҡан була, Фирүзә апай һауынсы булып эшләй башлай. Моңло ла, матур ҙа, булдыҡлы ла, уңған да, ипле лә, тыйнаҡ та апайыма Әхәт Мәғәзйән улы Фәттәхов тигән күрше егетенең күҙе төшә. Шулай итеп, ике йәш йөрәк бер-береһен үҙ итеп, сәстәрен –сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә Мәҡсүткә килеп урынлаша, мөхәббәт емештәре булып улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. Балалары барыһы ла башлы-күҙле, олатай-өләсәйҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырып торалар. Әхәт еҙнәй етәксе урындарҙа эшләне, дәүләттең юғары наградаларына  лайыҡ булды, ә Фирүзә апай уға уңышлы эшләр өсөн ныҡлы тыл булдырҙы: балалар, мал-тыуар, йорт мәшәҡәттәре уның күҙәтеүе аҫтында ине.

Йыш ҡына күҙ алдына килтереп ҡарайым: әгәр ваҡытында оло кәңәш биреп, фирүзә апайым сәнғәт юлынан китеп, тейешле белем алһа, уның таланты, тырышлығы, моңо менән ул хәҙер кем булыр ине икән?! Иманым камил, бөтә республиканы таң ҡалдырыр йырсы булыр ине ул!

 Еҙнәбеҙ Әхәт Мәғәзйән улы ла йыр-моңға ғашиҡ кеше. Өҙҙөрөп баянда уйнай. Баянын бер тартып ебәрһә,  дәртле бейеү көйҙәренә аятар үҙҙәре үк бейергә төшөрә. Осрашыуҙарҙа, табын-мәжлестәрҙә моңло көйҙәре, матур йырҙары менән йөрәктәргә йылылыҡ бөркөп, күңелдәрҙе күтәреп, дәрт-дарман уятып беҙҙе ҡыуандыралар.

 Ошо күркәм ауылдаштарыбыҙға артабан да моң шишмәләре һайыҡмай, тамашасылар һөйөүен тойоп, тыныслыҡта, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр ине тип теләйбеҙ.

Хәлиҙә БИКҠОЛОВА.

Мәҡсүт ауылы.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Моңдан яралған булмыш
Моңдан яралған булмыш
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас