Мораҙым
+12 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2021, 10:28

Һау кешегә көн дә байрам!

"Айыҡ ауыл-2021" республика бәйгеһенең район этабында ҡатнашҡа Сәлих ауылында кисә генә Сәләмәтлек йылына һәм 18 ноябрҙә билдәләнгән "Ауыл биләмәләрендә һаулыҡ көнө" тигән үҙенсәлекле көн уңайынан "Һаулыҡ" фестивале ойошторолдо. "Һайт" тигәнгә "тайт" итеп торған дәртле, әүҙем ауыл халҡы беҙрәмлеген тағы бер иҫбатланы. Уңған хужабикәләр төн эсендә тәмле-татлы бәлештәрен бешереп, ҡоймаҡтарын ҡойоп байрамға әҙерләнде. Байрам көнө ауыл урамы шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Борҡотоп сауамыр ҡайнатып, һый-ниғмәт тулы табын ҡороп, йырлы-моңло сара үткәрҙе сәлихтар. Бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, апай-инәйҙәр ҙә саңғыға баҫты, тау шыуып кинәнде. 

Һау кешегә көн дә байрам!Һау кешегә көн дә байрам!
Һау кешегә көн дә байрам!

Байрам тураһында тулы мәҡәлә район гәзитендә донъя күрер. 

Һүрәттә: "Һаулыҡ" фестиваленән күренештәр. 

 

Һау кешегә көн дә байрам!
Һау кешегә көн дә байрам!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас